Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВТОМАТИК ТЕЛЕФОН СТАНЦИЯҺЫ

Просмотров: 1615

АВТОМАТИК ТЕЛЕФОН СТАНЦИЯҺЫ, телефон селтәре абоненттарын автоматик рәүештә коммутациялау өсөн техник саралар йыйылмаһы. Телефон элемтәһе селтәрҙәрендә, һуңғы һәм транзит тоташтырыуҙарҙы башҡарған ваҡытта, абонент һәм тоташтырыу линияларын (элемтә каналдарын) күсереүҙе тәьмин итә. АТС составына түбәндәгеләр инә: коммутация системаһы (ул АТС‑тың һыйҙырышлығын билдәләүсе теркәлгән һанлы сигнал инеү һәм сығыу урындары булған коммутация ҡоролмалары төркөмдәренән комплектлаштырыла), ток сығанағы ҡоролмаһы (төп һәм резерв сығанаҡтар), идара итеү, индереү өсөн (телефон элемтәһе линияларын коммутация системаһына тоташтырыу өсөн) һәм ярҙамсы (елләтеүсе, йылытыусы һ.б.) ҡоролмалар. АТС‑тың сигнал инеү һәм сығыу урындары араһындағы коммутациялар саҡырыусы абоненттың телефон аппаратынан килгән саҡырылыусы абоненттың номеры т‑дағы мәғлүмәткә нигеҙләнеп башҡарыла. Тәғәйенләнеше б‑са урындағы (учреждение, район, ҡала), транзит, ҡала-ара һәм халыҡ-ара АТС‑тар айырыла; коммутация ҡоролмалары үҙенсәлеге б‑са — электромеханик (аҙымлы, машиналы, координаталы) һәм электрон (ЭАТС), уларҙа идара итеүсе ҡоролма булып махсуслаштырылған электрон-иҫәпләү машинаһы (ЭВМ), ә коммутация ҡоролмаларында (ҡара: Электрон коммутатор) герметик контакттар (квазиэлектрон АТС) йәки ярым үткәргесле приборҙар һәм интеграль схемалар файҙаланыла. ЭАТС‑тарҙы файҙаланыу сифат кимәлен күтәрә һәм хеҙмәтләндереү (конференц-элемтә, бәйләнеште күрһәтелгән номерға күсереү, автоматик рәүештә ҡабаттан шалтыратыу, будильник һ.б.) күләмен арттырырға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда беренсе АТС (машиналы, һыйҙырышлығы 2 мең номер) 1934 й. Өфөлә сафҡа индерелә. 1975 й. автоматик ҡала-ара телефон станцияһы (АМТС‑3), 1987 й. МТ‑20 тибындағы беренсе ЭАТС (квазиэлектрон, һыйҙырышлығы 20 мең номер, етештереүсеһе — “БЭТО” ААЙ) эшләй башлай. 90‑сы йй. БР‑ҙың ҡала телефон селтәрҙәре ш. уҡ сит ил фирмаларының (Alkatel, Ericsson, Huawei) ЭАТС‑тарын файҙалана башлай.

А.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: