Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ШЫРПЫ ФАБРИКАҺЫ

Просмотров: 1435

ӨФӨ ШЫРПЫ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Шырпы (көнкүреш, камин, һунар, махсус тәғәйенләнешле, сувенир шырпылар), мед. шпателдәре, туңдырма өсөн таяҡсалар, шпон, махсус ағас таяҡсалар, ағас һауыттар һ.б. етештерә. Составына шырпы етештереү, һыҙырыу цехтары, ағас эше оҫтаханаһы инә. 2012 й. 210 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1929 й. ойошторола, 1932 й. 1‑се Май ис. Өфө шырпы ф‑каһы булараҡ файҙаланыуға тапшырыла (ҡеүәте 640 мең шартлы йәшник), 1991 й. алып ҠП (2040 мең), 1995 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 1996 й. — ААЙ, 2001 й. — “Өфө шырпылары”, 2008 й. хәҙ. статусын ала, 2011 й. башлап Урал шырпы ф‑каһы, 2013 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: