Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СКУЛЬПТУРА

Просмотров: 1594

СКУЛЬПТУРА (лат. sculptura), әҫәрҙәре өс үлсәүле формалы булған, соҡоу, ҡырҡыу, әүәләү, сүкеү, ҡойоу һ.б. алымдар м‑н эшләнгән һынлы сәнғәт төрө. С. һүрәтләү объекты — кеше, һирәгерәк хайуандар һ.б.; төп жанрҙары: портрет, анималистика, тормош‑көнкүреш жанрытарихи жанр, ш. уҡ символик, аллегорик композициялар; художестволы‑һүрәтләү саралары: киңлек композицияһы, күләмдәрҙең нисбәте, пластик модель эшләү, силуэт, фактура, ҡайһы берҙә төҫтәрҙе һайлау; төп материалдары: металл, таш, ағас. Төрлө яҡтан ҡарарға мөмкин булған түңәрәк (статуя, статуэтка, төркөм, бюст, баш) һәм рельеф (һүрәт ш. уҡ материалдан яҫылыҡта эшләнә; ш. иҫ. барельеф, горельеф) С. айырыла. Рельеф ш. уҡ миҙал эшләү сәнғәтендә һәм С. монументаль‑декоратив формаларында ҡулланыла. Тәғәйенләнеше б‑са монументаль (һәйкәлдәр, монументтар), архитектура (Костерин П.И. йорто) м‑н тығыҙ бәйләнгән монументаль‑декоратив (ҡара: Монументаль сәнғәт); баҡса‑парк; станокта башҡарылған (тирә‑яҡ мөхиткә бәйле булмаған һәм күләме натураға тиң йәки бәләкәйерәк, анығыраҡ һәм тәрән йөкмәткеле үҙ аллы әҫәрҙәр) С.; биҙәү‑ҡулланма сәнғәтенең ҡайһы бер үҙенсәлектәре хас булған бәләкәй формалы С. (интерьерҙа ҡулланыла, уға ш. уҡ миҙалдар, геммалар инә) айырыла. Башҡортостанда С. 20 б. 40‑сы йй. үҫеш ала һәм В.Г.Морозова, Лина По, С.Д.Тавасиев ижадтарына бәйле. Т.П.Нечаева башҡ. С. хис‑тойғоларҙың ҡырҡыулашыуында, портреттарҙың тәрән психологик характеристикаларында сағылған үҙенсәлектәр индерә (“Төҙөүсе Флүрә”, 1948; “Бейеүсе Т.Хоҙайбирҙина”, 1954; “Әхмәт”, 1958; “Мостай Кәрим”, 1961). Һуғыштан һуңғы төҙөлөш 50‑се йй. сәнғәтенең эстәлеген билдәләй: Б.Д.Фузеевтың дәртле һәм маҡсатлы, хеҙмәтсән герой‑образдар тәүге эштәренең темаһы булып тора (“Эшсе”, 1962; “Лаборант Наилә”, 1965). 60‑сы йй. республика С. интенсив үҫешә, башҡ. авторҙарының Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз күргәҙмәләрендә ҡатнашыуы яңы этап була, күргәҙмәләрҙә Нечаева һәм Фузеев әҫәрҙәре м‑н бер рәттән З.Р.Басиров, Е.М.Цибульский, А.П.Шутов, М.Ҡ.Яҡуповтың эштәре ҡуйыла. Төп темалары: хеҙмәт кешеләре, милли образдар. Скульптур портреттарға тормошсан характер хас. Социалистик реализмдың байтаҡ әҫәрҙәрендә авторҙарға күнегелгән темаларҙан һәм образдарҙың бер төрлөлөгөнән ҡотолорға мөмкинселек тыуа (Фузеевтың “Хоҙайбирҙин бабай портреты”, 1963; Басировтың “Агроном”, 1964; Шутовтың “Башҡорт кәләше”, 1969). 70‑се йй. тематик композицияларға ҡыҙыҡһыныу арта, С. йөкмәткеһе киңәйә: Нечаеваның “Үҫмер көтөүсе. Ҡояшҡа табан” (1971), Басировтың “Һыу ҡыҙы”, “Һалдат тост әйтә” (икеһе лә — 1975). Республика скульпторҙарының Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз күргәҙмәләрендә ҡатнашыуы башҡ. пластикаһына Рәсәй С. ҡаҙаныштарының үтеп инеүенә булышлыҡ итә. 70‑се йй. уртаһында һынлы сәнғәткә Мәскәү (Н.А.Калинушкин, Х.М.Хәбибрахманов) һәм Ленинград (Ю.Ф.Солдатов) махсус уҡыу йорттарында белем алған скульпторҙар килеү м‑н С. пластикаһы һәм жанрҙары төрлөләнә. Башҡ. С. художество теленең яңырыуына йоғонтояһаған Калинушкиндың стилде һәм күләм‑киңлекте хәл итеү йәһәтенән ҡыйыу фекерле әҫәрҙәре барлыҡҡа килә (“Паганини”, 1979). Уның инициативаһы б‑са 1988 й. алып Өфөлә Рәсәй оҫталары ҡатнашлығында скульптура симпозиумдары үткәрелә, был ваҡиғалар башҡ. С. артабанғы үҫешенә этәргес көс бирә: 90‑сы йй. уртаһында яңы һынландырыу системаһын эҙләү, художество мәсьәләләрен икенсе төрлө аңларға тырышыу тамғалар символикаһы рәүешендә сағылған ассоциатив фекерләү күҙәтелә. Калинушкиндың уҡыусылары һәм фекерҙәштәре В.Г.Лобанов (“Куб өҫтөндәге үҫемлек”, 1995; “Аквариум”, 1996), Ф.С.Нуриәхмәтов (“Туркан- хатун һыны”, 1994; “Изида баркаһы”,1995) ижадтарында натураны үҙенсәлекле кәүҙәләндереү сағылыш таба, метафора, композицияла киңлек һәм архитектоника м‑н эксперименттарға ҙур әһәмиәт бирелә. М.Р.Хәлилов (“Тәгәрмәс”, 1992) һәм Хәбибрахманов (“Рудольф Нуриев иҫтәлегенә”, 1994) радикаль художество ҡарарҙары м‑н мауыҡмай, уларҙың әҫәрҙәренә формаларҙы еңелсә стилләштереү хас. Бер үк ваҡытта академик С. үҫешә, был Солдатов (“А.Д. Бурзянцев портреты”), В.А.Дворник (“Атайым портреты”; икеһе лә — 1995) әҫәрҙәрендә күҙәтелә. 21 б. башында төрлө йүнәлештә эшләгән И.Ф. Ғиләжев, Р.Р.Ниғмәтуллин, Р.А. Хөсәйенов, Р.А.Хәсәнов һ.б. әҫәрҙәре барлыҡҡа килә. Бәләкәй формалы С. Г.Н.Березин, Л.А.Госачинская, М.Н. Гульченко, Л.Н.Ғәлиева, Р.Ә.Сәлимгәрәев һ.б. ижадтарында күрһәтелгән. 20 б. аҙ. — 21 б. башында Башҡортостандың С. үҙ аллы ижади эҙләнеүҙәр м‑н бергә Европа пластикаһы йоғонтоһо һиҙелә, уға башҡ. рәссамдарының халыҡ‑ара скульптура симпозиумдарында ҡатнашыуы булышлыҡ итә. Өфөлә махсус С. күргәҙмәләре үткәрелә: Республика күргәҙмәһендә (1996) төрлө быуын башҡ. скульпторҙарының, Хәҙерге Рәсәй С. күргәҙмәһендә (2006) БР һәм РФ оҫталарының эштәре күрһәтелә. Башҡортостан скульпторҙарының эштәре БДХМ, Милли музейАҡмулла М. музейыЭске эштәр министрлығы музейы, “Урал”, “Мираҫ” (Нефтекама ҡ.; ҡара: Һынлы сәнғәтгалереялары) галереялары, Третьяков галереяһы (Мәскәү), ТР‑ҙың Һынлы сәнғәт музейы, “Ҡазан” милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы (икеһе лә — Ҡазан), Рязань өлкә художество музейы, Төмән һынлы сәнғәт музейы һ.б. коллекцияларында һаҡлана.

Әҙәб.: Скульптура Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 1996; Пространство и форма. Выставка современной российской скульптуры: каталог /сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2007; М и н н и г у л о в а Ф.М. Скульптурные симпозиумы в Башкортостане (1988—2004 гг.) //Вестник Башкирского университета. 2008. Т.13. №2.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021
Связанные статьи: