Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОНУМЕНТАЛЬ СӘНҒӘТ

Просмотров: 1973

МОНУМЕНТАЛЬ СӘНҒӘТ, пластик сәнғәт төрө; тәғәйен архитектура йәки тәбиғи мөхит өсөн ижад ителгән, улар м‑н үҙ‑ара идея‑образды сағылдырған әҫәрҙәрҙе үҙ эсенә ала. М.с. әҫәрҙәре үҙ ваҡытының дөйөм соц. һәм фәлс. идеяларын сағылдыра, күренекле шәхес йәки мөһим ваҡиға т‑да иҫтәлектәрҙе мәңгеләштерә; уларҙа һүрәтләү мөһим башланғыс булып тора, мөһабәт художество теле, ҡәтғи дөйөмләштерелгән формалар, ҙур масштаб хас; ғәҙәттә, оҙаҡҡа сыҙамлы материалдарҙан эшләйҙәр. Архитекту‑ ра м‑н берлектә ижад ителеп, М.с. әҫәрҙәре уның идея-художество йөкмәткеһен асығыраҡ күрһәтә, ҡайһы берҙә үҙ аллы мәғәнәгә эйә була, бинаның, ансамблдең йәки архитектур киңлектең төп билдәләре булып тора. Шулай уҡ монументаль-биҙәү сәнғәтен дә айырып йөрөтәләр, унда архитектоника‑орнамент иң мөһим башланғыс булып тора, ул стена, түшәм, фасадтарҙың һ.б. декоратив биҙәлешендә ҙур роль уйнай, архитектураның эстетик тәьҫирлелеген көсәйтә. Башҡортостанда М.с. рәсем сәнғәте (биҙәк, панно), скульптура (һәйкәлдәр, монументтар, мемориаль ҡоролмалар, тематик композициялар һ.б.), монументаль-биҙәү сәнғәте (башлыса витраж, керамика, мозаика, сүкеп биҙәү, ағас һырлау, маркетри техникаларында башҡарылған панно) әҫәрҙәрен үҙ эсенә ала. Револю‑ цияға (1917) тиклем М.с. әҫәрҙәре м‑н, ғәҙәттә, мәсеттәр (ҡара: Каруанһарай) һәм сиркәүҙәрҙең (ҡара: Воз‑ несение сиркәүе, Воскресение кафедраль соборы) йыһаздарын, йәмәғәт һәм шәхси биналарҙың (ҡара: Килем һарайы, Костерин П.И. йорто, Ногарёв А. йорттары) экстерьерҙары м‑н интерьерҙарын биҙәгәндәр. 1918 й. алып байтаҡ рәссамдар монументаль сәнғәтте пропагандалау планын тормошҡа ашырып, урамдарҙы һәм майҙандарҙы биҙәүҙә ҡатнаша; яңы заман талаптарына ярашлы М.с. яҡын булған мөхит дизайны үҫешә. 1924 й. Өфөлә Рәсәйҙәге иң тәүге скульптур һәйкәлдәрҙең береһе — Ле‑ нин В.И. һәйкәле ҡуйыла (скульпторы И.А. Менделевич, архитекторы Д.М.Ларионов). 30‑сы йй. алып ҡала төҙөлөшө үҫешенең яңы этабында М.с. сиктәрен киңәйтә һәм йәмәғәт биналары м‑н архитектур ансамблдәрҙе биҙәүҙә әүҙем ҡулланыла башлай. Монументаль скульптураның формалашыуы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башлана, ул ваҡытта республикала Мәскәү, Ленинград, Киев һ.б. ҡалаларҙан эвакуацияланған байтаҡ сәнғәт эшмәкәрҙәре йәшәй һәм эшләй. Улар араһында Салауат Юлаев һәйкәленең (ҡара: Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр) эскиздары һәм моделе өҫтөндә эшләгән С.Д.Тавасиев, скульптур портреттар ижад иткән, һуңыраҡ ҡайһы берҙәрен һәйкәл- бюст (А.М.Матросовҡа һәйкәл; 1958, Өфө) итеп эшләгән В.Г.Морозова һ.б. Монументаль скульптураның үҫеше Т.П.Нечаева ижадына бәйле (һәйкәлдәр: И.С.Якутовҡа, 1951; Салауат Юлаевҡа, 1952; икеһенең дә архитекторы Н.И.Озёрная; С.Т.Аксаковҡа, 1959, архитекторы В.А.Кондрашков). 1951 й. Матросовҡа һәйкәл (Ленинград скульпторы Л.Ю.Эйдлин, архитекторы А.П.Грибов), 1965 й. Дуҫлыҡ мо‑ нументы (скульпторҙары М.Ф.Бабурин һәм Г.П.Левицкая; архитекторҙары Г.И.Гаврилов, Е.И.Кутырёв; икеһе лә — Өфө) ҡуйыла. 60‑сы йй. алып тарихи-мемориаль тема киңерәк үҫеш ала (ҡара: Тарихи жанр); монументаль скульптураға тематика, композиция һәм пластиканының төрлөлөгө хас; был өлкәлә айырыуса күренекле әҫәрҙәрҙе З.Р.Басиров, Н.А.Калинушкин, Л.Е.Кербель, Л.В.Кузнецов, В.Г.Лобанов, Ф.С.Нуриәхмәтов, Б.Д.Фузеев, Х.М.Хәбибрахманов, А.П.Шутов һ.б. ижад итә. Монументаль рәсем сәнғәтенең тәүге әһәмиәтле әҫәрҙәре 50‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. башында барлыҡҡа килә: сграффито техникаһында панно — Нефть техник университетының һәм Павловка ГЭС‑ының сәнәғәт__корпусы бинаһы фасадтарында (бөтәһе лә — В.К.Гагин, А.Т.Платонов, К.К.Тереғолов), “Сәнғәт”, “Моң”, “Хеҙмәт” паннолары — Башҡорт драма театры фойеһында (А.А.Кузнецов, Л.Ф.Мөғтәбаров, Р.М.Нурмөхәмәтов; реконструкция ваҡытында юҡҡа сығарыла); фреска техникаһында — “Спорт” һәм “Баҡсалар гөрләп сәскә атыр” паннолары — Ишембай мәҙәниәт һарайы интерьерында (М.А.Назаров, А.В.Пантелеев, П.П.Салмасов); Бәләбәй р‑ны Приют ҡасабаһының спорт залындағы (Кузнецов) һәм “Нефтехи‑ мик” мәҙәниәт һарайы интерьерындағы (А.Д.Бурзянцев, Кузнецов, П.П.Скворцов) рәсемдәр. “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайының алғы инеү урыны сүкеп эшләнгән “Ҡояшҡа” рельефы (Фузеев, М.Ҡ.Яҡупов) м‑н биҙәлгән, бинаның ҡабырға яҡтағы фасадының ҡырҙарында һәм интерьерҙарында мозаика, фреска (Кузнецов, Л.Я.Круль, С.А.Литвинов, Р.С.Нафиҡов, В.П.Пустарнаков) һәм керамик панно (Нечаева; бөтәһе лә — 1969) ҡулланылған; Өфө станцияһы вокзалы фасадындағы рельеф (В.В.Лифанов, Р.А.Петров) бинаның һәм майҙандың биҙәлешендә өҫтөнлөк ала; 1‑се ҡатта урынлашҡан көтөү залындағы мозаика (А.В.Храмов) Өфө күренештәрен сағылдыра, маркетри техникаһындағы 3 панно (Мөғтәбаров, Н.А.Пахомов) ресторан интерьерын, сүкеп эшләнгән рельефтар (Н.В.Хәкимов, Яҡупов; бөтәһе лә — 1971) 2‑се ҡаттың залын биҙәй. Былар барыһы ла комплекслы художестволы биҙәүҙең өлгөләре булып тора. 70‑се йй. күп кенә архитектур ансамблдәр биҙәлә: Нефтекама ҡ. “Аркорпусы бинаһы фасадтарында (бөтәһе лә — В.К.Гагин, А.Т.Платонов, К.К.Тереғолов), “Сәнғәт”, “Моң”, “Хеҙмәт” паннолары — Башҡорт драма театры фойеһында (А.А.Кузнецов, Л.Ф.Мөғтәбаров, Р.М.Нурмөхәмәтов; реконструкция ваҡытында юҡҡа сығарыла); фреска техникаһында — “Спорт” һәм “Баҡсалар гөрләп сәскә атыр” паннолары — Ишембай мәҙәниәт һарайы интерьерында (М.А.Назаров, А.В.Пантелеев, П.П.Салмасов); Бәләбәй р‑ны Приют ҡасабаһының спорт залындағы (Кузнецов) һәм “Нефтехи‑ мик” мәҙәниәт һарайы интерьерындағы (А.Д.Бурзянцев, Кузнецов, П.П.Скворцов) рәсемдәр. “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайының алғы инеү урыны сүкеп эшләнгән “Ҡояшҡа” рельефы (Фузеев, М.Ҡ.Яҡупов) м‑н биҙәлгән, бинаның ҡабырға яҡтағы фасадының ҡырҙарында һәм интерьерҙарында мозаика, фреска (Кузнецов, Л.Я.Круль, С.А.Литвинов, Р.С.Нафиҡов, В.П.Пустарнаков) һәм керамик панно (Нечаева; бөтәһе лә — 1969) ҡулланылған; Өфө станцияһы вокзалы фасадындағы рельеф (В.В.Лифанов, Р.А.Петров) бинаның һәм майҙандың биҙәлешендә өҫтөнлөк ала; 1‑се ҡатта урынлашҡан көтөү залындағы мозаика (А.В.Храмов) Өфө күренештәрен сағылдыра, маркетри техникаһындағы 3 панно (Мөғтәбаров, Н.А.Пахомов) ресторан интерьерын, сүкеп эшләнгән рельефтар (Н.В.Хәкимов, Яҡупов; бөтәһе лә — 1971) 2‑се ҡаттың залын биҙәй. Былар барыһы ла комплекслы художестволы биҙәүҙең өлгөләре булып тора. 70‑се йй. күп кенә архитектур ансамблдәр биҙәлә: Нефтекама ҡ. “Арланнефть” НГДУ‑һы бинаһындағы мозаика (В.А.Руденченко), Ҡарман ДРЭС-ы (У.Х.Ғәйфуллин, В.В.Новиков, Н.А.Русских, Р.Й.Хәлитов), “Синтетический Каучук” мәҙәниәт һарайы (Ю.С.Грушевский, Мөғтәбаров, Русских, Б.Я.Палеха, Пантелеев, Пахомов, Петров, Хәкимов, А.В.Юдин, Яҡупов) биналары. Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы сәнғәт синтезы өлгөһө булып тора, уның биҙәлешендә мозаика, сүкеп биҙәү, ағасты һырлау, маркетри, керамик панно (Грушевский, М.Н.Гульченко, Мөғтәбаров, Лифанов, Нечаева, Нуриәхмәтов, Нурмөхәмәтов, Э.М.Сәйетов, И.И.Фартуков, В.Х.Шәрәфетдинов) ҡулланылған. “Эре панелле йорттар төҙөү” ААЙ (Пантелеев, Юдин; реконструкция барышында юҡҡа сығарыла) һәм Фәндәр ака‑ демияһы (Е.А.Винокуров, Пантелеев, Юдин, В.Н.Юдина) биналарының фасадтарындағы мозаикалар фекер һәм пластик хәл ителештең бөтөнлөгө м‑н айырылып тора. 80—90‑сы йй. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы (Гульченко, Нечаева, М.Ф.Таран, Фартуков, В.Г.Кузнецова), Ҡурсаҡ театры (И.Г. Дәүләтов, Р.Х.Йыһангиров, Винокуров, В.С.Омельченко), “Нур” театры (В.Ғ. Шәйхетдинов, Л.Д.Чебан), Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы (Р.А.Вәлиуллин) биналары биҙәлә. БДУ‑ның филол. ф‑ты интерьеры өсөн Р.С.Зәйнетдинов һәм Г.Ғ.Калитов триптих (“Мираҫ”, “Ер рухы”, “Ҡымыҙ”; 1995); “Ҡазан” Милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы (Ҡазан) өсөн — И.И.Ғаянов, Р.Р.Ҡадиров (“Үзбәк хан”)__һәм Р.Й.Миңлебаев, Шәйхетдинов (“Төрки донъяһы”; икеһе лә — 1998), “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы өсөн Шәйхетдинов (2004) паннолар ижад итә. Г.Л.Новиков м‑н А.А.Петриков Бөрйән р‑нының Иҫке Собханғол а. мәҙәниәт йортон художестволы биҙәй: 4 декоратив табаҡ (ағас, һырлы биҙәк) һәм “Шүлгәнташ” һүрәте (бөтәһе лә — 1999), уларҙың ижады башлыса классик витраж әҫәрҙәренән тора: “Ихлас” (Өфө), Күгәрсен р‑нының Тәүәкән а. (эскиздар авторы — В.В.Новиков; икеһе лә — 2002), Беренсе йәмиғ мәсете (2006), Саҡмағош р‑нының Яңы Балтас а. (2007) мәсеттәре һ.б. 2000 йй. Башҡортостанда уның тарихи үткәнен сағылдырған монументаль әҫәрҙәр ижад ителә: 20 б. локаль һуғыштарында һәләк булған БРҙа тыуған кешеләргә һәйкәл (Ҡайғылы әсә һәйкәле; Өфө, 2003, скульпторы Калинушкин), “450 йыл Рәсәй менән бергә” архитектура ансамбле (Сибай ҡ., 2007, Х.Х.Ғарипов), тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл (2015, А.Н. Ковальчук); билдәле шәхестәргә арналған: Ф.И.Шаляпинға (2007, архитекторы К.А.Донгузов, скульпторы Р.А.Хәсәнов), З.Ғ.Исмәғилевкә (2008, скульпторы Хәбибрахманов), М. Кәримгә (2013, Ковальчук; бөтәһе лә — Өфө), М.М.Шайморатовҡа (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шайморатов а., Д.А.Стритович) һәйкәлдәр; башҡ. легендаһы мотивтары б‑са “Ете ҡыҙ” фонтаны (Өфө, Хәбибрахманов; икеһе лә — 2015) һ.б. Рәссамдарҙың М.с. өлкәһендәге ҡаҙаныштары 1989 й. Ижади-производство комбинаты тарафынан ойошторолған “Башҡортостандың монументаль‑биҙәү сәнғәте” күргәҙмәһендә, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арнап рәссамдар Новиков һәм Петриковтың ойошторған шәхси күргәҙмәләрендә һәм “Интерьерҙа быяла” (икеһе лә — Өфө, 2007), Бөтә Рәсәй монументаль сәнғәт күргәҙмәһендә (Ярославль ҡ., 2008) һ.б. күрһәтелә.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019