Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №86

Просмотров: 919

ҺӨНӘРСЕЛЕК ЛИЦЕЙЫ №86, 1963 й. Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а. 10‑сы ауыл урта ПТУ булараҡ асыла. 1984 й. башлап 86‑сы урта ПТУ, 1994 й. — 86‑сы юғары ПУ, 1995 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә автоматик һәм ярым автоматик машиналарҙағы электр м‑н иретеп йәбештереүсе, автомобиль водителе, а.х. машиналарын һәм ҡорамалдарын ремонтлау б‑са слесарь, а.х. производствоһы тракторсы‑машинисы, ашнаҡсы, бухгалтер, йәшелсә­емеш үҫтереүсе, малсылыҡ һәм механизацияланған фермалар операторы һ.б. һөнәрҙәр б‑са алып барыла. Компьютер класы, китапханаһы, 2 спорт залы, лицей музейы, 4 ятағы, 7 уҡыу оҫтаханаһы, теплицаһы, гимнастика ҡаласығы, ат спорты комплексы, емеш баҡсаһы, уҡыу хужалығы (“Илеш” с‑зы; 1988 й. тапшырылған), 2043 га ере, 250 баш һыйыр малы, авто‑һәм а.х.машиналарыбар.22меңгәяҡын белгес әҙерләнгән (2008), улар араһында Р.М.Бәҙретдинов. БДАУ м‑н хеҙмәттәшлек итә. Лицей терр‑яһында Еңеүҙең 50 йыллығына арналған сквер асылған, унда ген.‑лейт. Б.П.Уткин бүләк иткән МИГ‑15 самолёты ҡуйылған (1983).

Н.М.Әғәҙуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: