Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕСТИЦИДТАР

Просмотров: 1422

ПЕСТИЦИДТАР (лат. pestis — йоғошло ауырыу һәм caedo — юҡҡа сығарыу), ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары, ҡый үләндәре, амбар ҡоротҡостары, кеше һәм хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарын таратыусылар һ.б. м‑н көрәшеүҙең химик саралары. Тәғәйенләнеше б‑са гербицидтар, зооцидтар, инсектицидтар, фунгицидтар, бактерицидтар, моллюскоцидтар, нематоцидтар, ш. уҡ тәьҫир итеү механизмы б‑са яҡын булған матдәләр — репелленттар (быуынтығаяҡлыларҙы, имеҙеүселәрҙе, ҡоштарҙы ҡурҡыта), аттрактанттар, гормондар, биологик ингибиторҙар, хемостерилизаторҙар (ҡоротҡостарҙа түлһеҙлек тыуҙыра), антисептиктар (ағасты ҡоротоусы бәшмәктәрҙән һаҡлау өсөн), үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр, дефолианттар, десиканттар; ағыулылығы б‑са үтә (ЛД50; 50 мг/кг тиклем), юғары (51—200 мг/кг), уртаса (201— 1000 мг/кг), аҙ (1000 мг/кг ашыу) хәүефле П. айырыла. Пестицид әүҙемлеккә органик (фосфорорганик берләшмәләр, хлорорганик берләшмәләр һ.б.) һәм органик булмаған (баҡыр тоҙҙары, магний хлораты һ.б.) бер‑ ләшмәләр эйә. Дуст, аэрозоль, эретмә, грануллы һәм микрокапсулалы препараттар, һыулай торған порошоктар, эмульсия концентраттары рәүешендә сығарыла. П. етештереү һәм ҡулланыу ысулдары (тупраҡҡа индереү, һиптереү, ағыулау, фумигация һ.б.) “РФ территорияһында ҡулланыуға рөхсәт ителгән пестицидтар һәм агрохимикаттар исемлеге” м‑н рәсмиләштерелгән. Һәр бер П. өсөн ҡулланыу нормаһы, ваҡыты, ҡулланыу б‑са сикләүҙәр, макс. мөмкин булған кимәлдәр, һауалағы, тупраҡтағы, һыу ятҡылыҡтарындағы ПДК‑һы, көтөү ваҡыты, эшкәртеүҙең ҡабатланыуы һ.б. билдәләнгән. Үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың интеграцияланған системаһында сәсеүлектәрҙе П. м‑н эшкәртеү уларҙың фитосанитария хәлен иҫәпкә алып үткәрелә. Башҡортостанда йыл һайын уртаса 3,2 мең т П. ҡулланыла; пестицид йөкләнеше — һөрөнтө ерҙең 0,35 кг/га; уртаса ағыулылығы (ЛД50) — 2412 мг/кг. 20 б. 60‑сы йй. башлап Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында П., уларҙың препаратив формаларын синтезлау технологияларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Г.Г.Базунова, Р.Б.Вәлитов, А.М. Давыдов, Г.К.Земченкова, В.Г.Яковлев һ.б.). П. “Каустик” ААЙ‑нда, Тәжрибә заводында етештерелә, 2004 й. тиклем “Уфахимпром” ААЙ‑нда сығарыла.

Әҙәб.: Г а н и е в М.М., Н е д о р е з к о в В.Д. Химическая защита растений. Уфа, 2003.

М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019