Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘҮ СПОРТЫ

Просмотров: 1120

 

ҠАЯҒА ҮРМӘЛӘҮ СПОРТЫ, спорт төрө, тәбиғи (ҡая) йәки яһалма (скалодром) рельеф б‑са үрмәләү. Ярыштарҙы тиҙлек, ауырлыҡ, боулдеринг (ҡатмарлы ҡыҫҡа трассаларҙы һаҡлаусы ҡулайламаларһыҙ үтеү) һ.б. б‑са айыралар.

Башҡортостанда Ҡ.ү.с. альпинизмдың бер тармағы булараҡ 20 б. 60‑сы йй. башында үҫеш ала. 1979 й. ӨАИ‑ла тәүге Ҡ.ү.с. секцияһы асыла, 1983 й. республикала беренсе скалодром төҙөлә. Ҡ.ү.с. б‑са беренсе республика ярыштары 1964 й. тәбиғи (Эҫем ҡ.), 1990 й. яһалма (Мәләүез ҡ.) рельефта үткәрелә. 1997 й. Өфөлә Юғары спорт оҫталығы мәктәбендәскалодром, 2006 й. “Ҡул‑Тау” ғаилә спорт комплексында асыҡ майҙанда Рәсәйҙең иң ҙур скалодромдарының береһе төҙөлә. Өфөлә Рәсәй чемпионаттары (2000—02, 2006), Рәсәй кубоктары (2000, 2007), Рәсәй кубоктарының этаптары (2003—05), Рәсәй беренселектәре (2009, 2011) үткәрелә.

Ҡ.ү.с. б‑са Рәсәйҙең беренсе спорт мастерҙары — С.А.Степанов һәм И.А.Хәкимйәнов (икеһе лә — 1995). Е.В.Вайцеховский, А.А.Пешехонов, С.К.Рәхмәтов халыҡ‑ара ярыштарҙа юғары күрһәткестәргә ирешә. Республикала Белорет, Межгорье, Мәләүез, Салауат, Өфө, Учалы ҡҡ. скалодромдар бар, 11‑се СДЮСШОР‑ҙа (Өфө) һәм ДЮСШ‑ла (Мәләүез) Ҡ.ү.с. бүлектәре, ш. уҡ 6 секция эшләй, уларҙа 800‑ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. 2001 й. алып БР Ҡ.ү.с. федерацияһы эшләй. Ҡ.ү.с. м‑н тренерҙар А.А.Кулагин, Степанов, Л.А.Степанова, Бөтә Рәсәй категориялы судья З.З.Мырҙаханов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

С.А.Степанов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2023