Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛМӘНОВ Рафиҡ Вафа улы

Просмотров: 1290

СӘЛМӘНОВ Рафиҡ Вафа улы [15.9.1917, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Асҡар а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) – 3.7.2003, шунда уҡ], композитор. РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1983) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1961). 1947—53 йй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһында уҡыған (А.Н.Александров, Е.О.Месснер, В.Г.Фере класы). 1954 й. алып БАССР МС‑ы эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ ком‑тының муз. мөхәррире, 1958 й. — БАССР Мәҙәниәт министрлығы сәнғәт бүлегенең фольклор кабинетында ғилми хеҙм‑р, 1966—80 йй. Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эше ғилми‑методик үҙәгенең муз. консультанты.

С. әҫәрҙәренең муз. теле ябай һәм моңло булыуы, халыҡ музыкаһына нигеҙләнеүе м‑н айырылып тора. Ижадында йыр төп жанрҙарының береһе була. Патриотик (Р.Й.Ғарипов шиғырына “Дан һиңә, дан, Башҡортостан!”, Ш.Бикҡол шиғырына “Әбйәлил”, үҙенең шиғырына “Минең Өфөм”), лирик (Н.Иҙелбай шиғырына “Сирень сәскәләре”, Ҡ.Даян шиғырына “Таң йыры”) йырҙар, романстар (Х.Ғиләжев шиғырына “Ниңә, ниңә хистәр ҡайнаша”, Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына “Эҙләйем һине”) һ.б. авторы. С. балалар музыкаһы яңы интонациялар, сағыу образлылыҡ, милли колорит һәм темаларының төрлөлөгө м‑н айырыла: Фп. өсөн соната (3 бүлекле), фп., скрипка, баян өсөн пьесалар, программалы пьеса‑һүрәтләмәләр һәм хор әҫәрҙәре (ҡара: Хор музыкаһы).

С. әҫәрҙәре араһында “Юғалған хаттар” (1963; Ғ.Ғ.Әхмәтшиндың ш. уҡ исемле пьесаһы б‑са) драматик спектакленә музыка, “Бәхет ҡошо” (1972; үҙенең либреттоһы) опереттаһы, симфоник (“Йәштәр увертюраһы” — “Молодёжная увертюра”, 1966; Сюита, 1970), вокаль-инструменталь (Ҡ.Даян шиғырына солистар, хор һәм симфоник оркестр өсөн “Алтын үҙән” кантатаһы, 1955), камерный‑инструменталь (вариациялар, сонатиналар, сюиталар) әҫәрҙәр. 13 муз. йыйынтыҡ, 30‑ҙан ашыу башҡорт халыҡ йыры эшкәртмәһе, ш. иҫ. “Азамат”, “Ҡара юрға”, “Салауат”, “Сонайым”, “Төйәләҫ” һ.б., авторы. Өфөлә  С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Һабантурғай йыры: йырҙар. Өфө, 2004; Десять башкирских народных песен: для хора без сопровождения. М., 1988; Хоровое пение в детских коллективах. М., 1995.

Әҙәб.: Сабитов Н. Рафик Сальманов. Уфа, 1967.

 Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: