Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СМАҠОВА Асия Вәфир ҡыҙы

Просмотров: 881

СМАҠОВА Асия Вәфир ҡыҙы (27.8. 1947, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Латип а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (1995) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; А.Л.Легкота класы), ӨДСИ‑не (1975; М.А. Букатова класы) тамамлаған. 1969 й. алып Башҡ. филармонияһының Башҡ. хор капеллаһы, 1982 й. —эстрада солисы, бер үк ваҡытта 1996 й. башлап вокал б‑са педагог‑репетиторы, 1998— 2010 йй. А.Ғ.Ғәлимовтың “Айҙар” театр‑студияһының солист‑вокалисы. Матур тембрлы һәм киң диапазонлы һығылмалы тауышҡа эйә. С. башҡарыу манераһына лирик моңлолоҡ, тәьҫирлелек хас. Йырсының репертуарында татар һәм башҡ. халыҡ йырҙары, ш. уҡ башҡ. (Н.Ә.Дауытов, А.М.Ҡобағошов, Р.Х.Сәхәүетдинова һ.б.) һәм татар (Л.М. Батырҡаева, М.Ә.Мозафаров, С.Ғ.Садиҡова, Р.М.Яхин һ.б.) комп. әҫәрҙәре. Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978) һәм Татарстан (1989) АССР‑ҙарында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981), Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997) ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

Э.Ә.Нәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: