Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҪЫУСЫЛЫҠ

Просмотров: 1196

БАҪЫУСЫЛЫҠ, баҫыу культуралары продукцияһы етештереү; үҫемлекселек тармағы. Баҫыу культураларын баҫыу һәм мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә үҫтерәләр; ҡулланылышы б‑са ҡауын‑ҡарбуз культуралары, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, бүлбелеләр һәм тамыраҙыҡтар, май биреүсе культуралар, наркотик, сүс культуралары айырып йөрөтөлә. Б. — ауыл хужалығының эре механизацияланған тармағы (ҡара: Ауыл хужалығын механизациялау). 2008 й. Башҡортостанда хужалыҡтарҙың бөтә категорияларындағы баҫыу культураларының сәсеү майҙаны 3,023 млн га тәшкил иткән (ҡара: 1‑се табл.). Сәсеү структураһының төп өлөшөн иген (56,9%) һәм мал аҙығы (32,9%) культуралары биләй. Уңдырышлылыҡ һәм баҫыу культураларының тулайым йыйымы 2‑се һәм 3‑сө табл. бирелгән. Баҫыу культураларының биол., агротехникаһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта, Биология институтында, Ауыл хужалығы институтында алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Игенселек, Картуф, Ҡуҙаҡлы иген культуралары, Техник культуралар.

Әҙәб.: Исмагилов Р.Р., Уразлин М.Х., Гайнуллин Р.Р. Технология возделывания полевых культур в Башкортостане. Уфа, 2005.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.08.2023
Связанные темы рубрикатора: