Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИИЗОПРЕН

Просмотров: 1069

ПОЛИИЗОПРЕН, [—СН2—С(СН3)= =СН—СН2—]n, изопрен полимеры. 6 стереоизомеры бар: цис‑, транс‑конфигурацияларҙа 1,4‑, 1,2‑, 3,4‑П. Тәбиғәттә 1,4‑цис‑П. (тәбиғи каучук), 1,4‑транс‑П. (балата, гуттаперча) рәүешендә осрай. Мол. м. 5 мең — 2 млн, тығыҙлығы 910—920 кг/м3, tбыялаланыу —70°С яҡын, тигеҙ tиреү 28 — 40°С, туйындырылмағанлыҡ 95—98%. Бүлмә т‑раһында аморф, һуҙғанда, 0°С түбән т‑рала кристаллаша. Углеводородтарҙа, уларҙың галоген сығарылмаларында, толуолда эрей; һыуҙа, спиртта, кетондарҙа эремәй, ароматлаштырылған майҙарҙа бүртә; концентрациялы к‑таларҙың, һелтеләрҙең тәьҫиренә тотороҡло түгел. Водород, бром, малеин ангидриды, хлор м‑н тәьҫир итешә, изомерлаштырыу (йылытҡанда, УФ‑нурланышта, катализатор булғанда), окислаштырыусы деструкция, вулканизация реакцияларына инә. Синтетик П. (изопрен синтетик каучуктар) изопренды поляр булмаған сикке углеводород эретмәләрендә Циглер—Натт комплекслы катализаторҙары булғанда ионлы‑координацион полимерлашыу м‑н алалар. Катализатор төрө, компоненттарҙың нисбәте, полимерлашыу шарттары П. структураһын билдәләй: титанлыларҙа (тармаҡлы төҙөлөш, 20%‑ҡа тиклем гель‑фракция) 1,4‑циc‑П. сығышы 96—99,5%, лантаноидлыларҙа (составында олигомерҙар, гель‑фракциялар юҡ) 1,4‑циc‑П. — 97%, литийлыларҙа (һыҙыҡлы төҙөлөшлө) 1,4‑циc‑П. — 95—98%, 1,4‑транс‑П. — 1—4%, 3,4‑П. — 1—2%. Резиналар һәм резина‑техник изделиелар етештереүҙә, мед., аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә ҡулланалар. Башҡортостанда 1963 й. илдә тәүге тапҡыр Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дының (ҡара: Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы) тәж. производствоһында изопрен каучук, 1976 й. синтетик гуттаперча алына. “Каучук” ЯАЙ изопрен каучуктар, улар нигеҙендә лактар (фасад маркалы СКИ‑3Ц, электроизоляция маркалы СКИ‑3ЦД) етештерә. П. шиналар, резина‑техник изделиелар, кабель һ.б. етештереүсе заводтарға ебәрелә. 1980—90 йй. БДУ‑ла А.А.Берлин, К.С.Минскер (Р.Й.Биғлова, С.В.Колесов, Ю.А.Прочухан) етәкс. “Каучук” ЯАЙ (Ю.П.Баженов, П.И.Кутузов һ.б.) м‑н берлектә көпшәле турбулент реакторҙарҙа изопрен каучуктарҙы туҡтауһыҙ синтезлау ысулы эшләнә. 1986—90 йй. Химия ин‑тында цис‑, трансполипиперилен ҡушылған СКИ‑3 маркалы каучук нигеҙендә адгезион һәм когезион ныҡлығы юғары булған резина ҡатышмалары; трансформаторҙарҙы офсет баҫма ысулы м‑н маркалау тампондарын әҙерләү өсөн полимер материал, металдарҙы йәбештергәндә баҫма платаларҙың металлаштырылған тишектәрен һаҡлау өсөн СКИ‑3 маркалы латекс нигеҙен‑ дә һығылмалы маска (Өфө коммутация аппаратураһы з‑дында индерелгән) уйлап табыла. С.Р.Рафиҡов, Ю.Б.Монаков етәкс. гуттаперча синтезлау технологияһы эшләнә.

Н.Н.Сигаева

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: