Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПСИХОЛОГИЯ

Просмотров: 1165

ПСИХОЛОГИЯ (психо... һәм ...логия), кешеләрҙең һәм хайуандарҙың психик тормошо законлыҡтары, механизмдары һәм факттары т‑дағы фән. Тәүҙә П. өйрәнгән күренештәр “күңел” тигән дөйөм термин эсенә алынып, философия бүлегенең предметы була, был бүлек 16 б. П. тип атала башлай. 17—18 бб. механистик филос. нигеҙендә психикаға детерминистик ҡараш формалаша. 19 б. уртаһында П. м‑н физиология сигендә эксперименталь П. барлыҡҡа килә. 19 б. аҙ. П. үҙ аллы фән булараҡ формалаша. Йәш П., дифференциаль П., зоопсихология, инженер П., космос П., мед. П., пед. П., соц. П., юридик П. һ.б. тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып Педагогия университетында психология каф. асылыу м‑н — шәхес П. һәм уның үҙбилдәләнеше (В.Ф.Сафин), психодидактика, фекерләүҙе үҫтереүсе уҡытыу һәм нравология (Ә.З.Рәхимов), пед. аралашыу П. (Р.М.Фәтихова), студенттарҙа когнитив мәҙәниәт формалаштырыу (И.И.Әхтәмйәнова); психология ф‑ты асылғандан алып (2001) — балалыҡ осоронда конфликттарҙы хәл итеүҙең һәм хоҡуҡи фекерләүҙең соц.‑психологик аспекттары (А.И.Сорокина), шәхес психодиагностикаһы (Т.С. Чуйкова), ғаилә П. (М.В.Нухова) һ.б.; Арканзас ун‑тының (АҠШ) психология һәм консультациялау ф‑ты м‑н берлектә кросс‑мәҙәниәт (Чуйкова) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Башҡорт дәүләт университетында 1980—2004 йй. индивидуаль айырымлыҡтар психофизиологияһы (Г.А. Әминев) өлкәһендә комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрелә; мәктәп уҡыусыларының когнитив П. һәм әхлаҡи инаныуҙары үҫешенең психологик механизмдары (С.И.Ғәләүетдинова) һ.б. өйрәнелә. Авиация техник университетында “Сәләмәтлек сығанаҡтары” диагностика комплексын ҡулланып психофизик тикшеренеүҙәр үткәрелә (Г.И.Мокеев, Е.Г.Мокеева һ.б.); Медицина университетында — мед. кадрҙарын әҙерләүҙең психологик, пед. аспекттары һәм дауалау процесында психологик ярҙам проблемалары (А.Ф.Әмиров); Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында — менеджерҙар һәм эшҡыуарҙар шәхесе, идара итеүгә яраҡлашыу һәм персоналға идара итеүҙе соц.‑психологик оҙатыу (А.Р.Ҡудашев), гендер мөнәсәбәттәре П., суд‑психология экспертизаһы теорияһы һәм практикаһы (Е.Н.Мәхмүтова), соц. интеллект П. (С.В.Щербаков); БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында (ҡара: Стәрлетамаҡ педагогия академияһы) — шәхестең үҙен танытыу һәм белгесте проф. әҙерләүгә контекслы ҡараш (Т.Д.Дубовицкая), психофизиология һәм психик сәләмәтлек (Ф.Х.Ураҙаева), виртуаль П. (С.Х.Әсәҙуллина) проблемалары; БДУ‑ның Бөрө филиалында (ҡара: Бөрө социаль‑педагогия академияһы) — П. тарихы (Л.Ф.Баянова), фекерләү П. (О.Я.Беляева); Юридик институтта — оператив эҙләү, соц. һәм экстремаль П. проблемалары (Э.Р.Исхаҡов); Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында ауырыу кеше П. һәм психосоматик ҡаҡшауҙар (Л.В.Фәрхетдинова, Х.М.Әхмәҙуллина), шәхестең һәм тирә‑яҡ мөхиттең бер‑береһенә үҙ‑ара йоғонто яһауының соц.-психологик аспекттары (Р.Р.Зиннәтуллина), соц. яраҡлашыу механизмдарында эске психологик күрһәтмәнең роле (С.А.Башкатов) һ.б. өйрәнелә. 1985—2004 йй. Башҡ‑н психология йәмғиәте (рәйесе Әминев) эшләй. 2003 й. алып Рәсәй мәғариф психологтары федерацияһының БР‑ҙағы төбәк бүлексәһе эш итә (ҡара: Ғилми йәмғиәттәр). Шулай уҡ ҡара: Нейролингвистик программалау, Психологик коррекция, Психологик экспертиза.

Р.М.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019