Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОЛИМЕРҘАР ЭШКӘРТЕҮ

Просмотров: 1081

ПОЛИМЕРҘАР ЭШКӘРТЕҮ, полимерҙарҙан изделиелар эшләүҙең технологик операциялар комплексы, был ваҡытта макромолекулалар ориентацияһы һәм молекуланан юғары структуралар барлыҡҡа килеү м‑н уларҙың деформацияһы хасил була. П.э. баҫымға (материалдың тығыҙланыуы, тейешле форма биреү, осоусан продукттарҙың бүленеп сығыуы), т‑раға (эластик йәки һуҙылып ағыусан хәлгә килеүе, ҡатыуы, вулканизация), ваҡытҡа бәйле. Ярымфабрикаттарҙы формалау өсөн шыйыҡлыҡ (компаундтар, эретмәләр, полимерҙар, олигомерҙар дисперсияһы), паста (резина ҡатышмалары, эфир, эпоксид бәйләүестәре нигеҙендә премикстар), онтаҡ һәм гранула (тулыландырылмаған, тулыландырылған полимерҙар, ыҫмалалар, олигомерҙар), плёнка, табаҡ, плита, блоктар (пластик массалар, резина ҡатышмалары), кәүшәк сүсле композициялар (бәйләүесле сүсле материалдар), препрег (бәйләүесле сүсле тултырғыстар) рәүешендә әҙерләйҙәр. П.э. еңеләйтеү өсөн пластикация үткәрелә. Баҫым аҫтында (компрессион, трансфер преслау, экструзия, интрузия, экструзион‑ҡабартып, үҙәктән ҡыуҙырып, иретмәне алдан ҡыҫыу юлы м‑н йәки механик тирбәлеүгә дусар итеп ҡойоу, штамплау, шымартыу, прокатлау, вальцовкалау) һәм баҫымһыҙ (ауырлыҡ көсө, өҫкө йөҙ тартылышы тәьҫире аҫтында тығыҙлау: ҡойоу, тултырыу, һиптереү, мансыу, декантациялау, капсулалау, ротацион формалау, өҫтөнә һибеү, өрҙөрөү) формалау ысулдары айырыла. Формаланған изделиелар артабан өҫтәлмә механик (игәү, фрезерлау, быраулау), термик эшкәртеүгә (пиролиз, ҡайһы берҙә ультратауыш м‑н бергә графитациялау); селтәрле структура биреү өсөн — радиация нурланышына дусар ителә. Деталдәр йыйыуҙы йәбештереү, иретеп йәбештереү (конвекцион йылытыу, юғары йышлыҡтағы токтар, ультратауыш, ышҡылыу, инфраҡыҙыл һәм лазер нурланышы), механик ысулдар ҡулланып башҡаралар. Арматураланған материалдар эшкәртеүҙе (ҡара: Арматураланған пластиктар, Композицион материалдар) урау, үреү, ҡатлы ҡаплау, өрҙөрөү, һурҙырып тултырыу, контактлы, вакуумлы, пресс‑камералы, термокомпрессия, үҙәктән ҡыуыу көсө м‑н формалау, пул‑ һәм ролтрузия, баҫым аҫтында һеңдереү, викелевка юлдары м‑н үткәрәләр. П.э. төрлө плёнкалар, пластикат, винипласт, яһалма күн, ҙур күләмле, профилле изделиелар, линолеум һ.б. эшләү өсөн ҡулланалар. Химия, нефть сәнәғәтендә, авиатөҙөлөштә, автомобиль, суднолар төҙөүҙә, радиоэлектроникала, а.х. һ.б. файҙаланалар. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып “Каучук” ЯАЙ‑нда, “Искож”, “Каустик”, “Газпром нефтехим Салават”, “Уфаоргсинтез”, “Башсантехмонтаж”, “Уфимкабель” ААЙ‑ларында, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында, “Авангард” пр‑тиеһында П.э. башҡарыла; продукция Күмертау авиация производство предприятиеһында, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә, “СТЕКЛОНиТ” ААЙ‑нда, “Башобувь” ЯСЙ‑нда ҡулланыла, ш. уҡ РФ төбәктәренә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә.

Әҙәб.: Г у р в и ч С.Г., И л ь я ш е н к о Г.А., М о ч м а н Ш.Е. Расчёт и конструирование машин для переработки пластических материалов. М., 1970.

А.К.Панов

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: