Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ ЛИЦЕЙЫ №9

Просмотров: 863

СИБАЙ ЛИЦЕЙЫ №9, 1981 й. 9‑сы урта мәктәп булараҡ асыла, 1997 й. алып 9‑сы мәктәп‑лицей, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Тамаша, күргәҙмә, лекция, бейеү, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, компьютер һәм мед. кабинеттары, китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү, лицей тарихы һәм хәрби дан музейҙары, тиры, слесарлыҡ, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, уҡыу‑тәжрибә участкаһы бар. Уҡыу йортон 1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2015). Мәғарифты үҫтереү инcтитуты, Магнитогорск техник университеты, Сибай институты, Сибай педагогия колледжы, БР ФА‑ның Сибай филиалы һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Лицей бинаһына уны тамамлаусы Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған П.Ю.Калачёвҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2001).

Т.А.Солонина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: