Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ

Просмотров: 1106

ИЗГЕ УРЫНДАРҒА ҒИБӘҘӘТ ҠЫЛЫУ, диндарҙарҙың изге урындарға табыныу өсөн сәйәхәте. Христиандар өсөн И.у.ғ.ҡ. урыны — Фәләстан, католиктар — Римға һәм Лорето (Италия), Лурд (Франция) ҡалаларына, православныйҙар Афон тауына (Греция), Бари ҡ. (Италия), Иерусалимға (Израиль) юллана; мосолмандар Мәккә һәм Мәҙинә ҡҡ. (Сәғүд Ғәрәбстаны) хажға бара. Рәсәйҙә Валаам утрауы, Оптий пустыны, Изге Троица Серафим-Дивеев ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, Изге Троица Сергий лавраһы, Спасо-Преображение Соловки монастыры һ.б. ғибәҙәт ҡылыу урындары булып тора. Башҡортостан митрополияһында ғибәҙәткә йөрөтөү хеҙмәте ойошторолған. Башҡортостан православныйҙары ш. уҡ Берёзовка святитель Николай Чудотворец иконаһы, Богородский-Өфө Божья Матерь иконаһы, Табын Божья Матерь иконаһы пәйҙә булған урындарға, Успение Изге Григорий ир‑егеттәр монастырына (Благовещен р‑ны), Изге Батша Страстотерпецтары ҡатын‑ҡыҙҙар монастырына (Бәләбәй р‑ны) — блаженная Варвара, Марфа һәм Мария ҡатын-ҡыҙҙар монастырына (Көйөргәҙе р‑ны) — преподобная Зосима Эннатская, Изге Сергий кафедраль соборына преподобный Моисей ҡалдыҡтарына һ.б. ғибәҙәт ҡылырға бара. Мосолмандар пәйғәмбәрҙәр, әүлиәләр, абруйлы дин белгестәре һ.б. ҡәберҙәрендә ғибәҙәт ҡылалар (ҡара: Зыярат).

О.Б.Феклина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: