ПОПОВСЫЛАР
ПОПОВСЫЛАР, п о п о в с ы л ы ҡ, 17 б. аҙ. старообрядсылыҡта барлыҡҡа килгән ағымдарҙың береһе. П. изге йолаларҙы, сиркәү иерархияһын һаҡлаған. П. диндәштәр (ҡара: Диндәшлек), беглопоповсылар, Белокриницкий иерархияһы бүленеп сыҡҡан. Башҡортостанда П. 18 б. 1‑се ярт. Табын ҡәлғәһендә старообрядсылар монастыры нигеҙләнгән ваҡытта барлыҡҡа килә. 18 б. уртаһында П. общиналары Өҫән‑Ивановка заводында, Түбәнге Троицк заводында, Үрге Троицк заводында эшләй; 1849 й. Бөрө өйәҙендә, Бәләбәй өйәҙендә, Өфө өйәҙендә, Стәрлетамаҡ өйәҙендә 4283 П. иҫәпләнә. 1909 й. Өфө губернаһында 10 П. общинаһы һанала. 30‑сы йй. общиналар тарҡатыла. БР‑ҙа 3 П. общинаһы теркәлгән (2008).
Әҙәб.: Д а н и л к о Е.С. Старообрядчество на Южном Урале: очерки истории и традиционной культуры. Уфа, 2002.
Е.С.Данилко
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина