Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРАВОСЛАВИЕҒА БАШҠА ДИНДӘН КҮСЕҮСЕЛӘР ӨСӨН МӘХӘЛЛӘЛӘР

Просмотров: 940

ПРАВОСЛАВИЕҒА БАШҠА ДИНДӘН КҮСЕҮСЕЛӘР ӨСӨН МӘХӘЛЛӘЛӘР, православие динен ҡабул иткән урыҫ булмаған (сит) халыҡтар йәшәгән урындарҙа Урыҫ православие сиркәүе ойошторған түбәнге сиркәү‑адм. берәмектәр. Өфө губернаһында Дионисий I юллауы б‑са Изге Синодтың 1885 й. 30 нояб. Указы м‑н Бөрө өйәҙендә – 1, Бәләбәй өйәҙендә — 8, Минзәлә өйәҙендә 12 мәхәллә ойошторола. Өс мәхәлләнең сиркәүҙәре була. Изге Синодтың 1890 й. 8 майындағы Указы м‑н тағы 3 П.б.д.к.ө.м. асыла: Бәләбәй өйәҙендә – 1, Минзәлә өйәҙендә – 1, Өфө өйәҙендә – 1. Ҡаҙна иҫәбенә тотолалар. 1895 й. Өфө епархияһында 60 П.б.д.к.ө.м. эшләй, 50‑гә яҡын сиркәү төҙөлә. Священниктар һәм сиркәү хеҙм‑рҙәре Ҡазан башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһында, Ҡазан керәшен‑татар мәктәбендә, Өфө дини семинарияһында һәм Ырымбур дини семинарияһында белем алған, ш. уҡ дини училищелар һәм сиркәү‑мәхәллә мәктәптәре уҡытыусылары араһынан тәғәйенләнгән. Ғибәҙәт ҡылыу урыҫ булмаған халыҡтарҙың туған телендә алып барылған. П.б.д.к.ө.м. эргәһендә миссионер мәктәптәре эшләгән. Совет власының дингә ҡаршы сәйәсәте барышында юҡ ителәләр.

Әҙәб.: З л а т о в е р х о в н и к о в И.Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899.

О.Б.Феклина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: