Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛ ҠОРТО БАЛАУЫҘЫ

Просмотров: 1089

БАЛ ҠОРТО БАЛАУЫҘЫ, 1) эшсе бал ҡорттарының балауыҙ биҙҙәре бүлеп сығарған майға оҡшаш матдә, ул кәрәҙҙәр ҡороу, бал м‑н тулы кәрәҙ күҙәнәктәрен ябып ҡуйыу өсөн ҡулланыла. Төҫө аҡтан алып көрәнгә тиклем. Б.ҡ.б. ҡатмарлы эфирҙарҙан (75%‑ҡа тиклем), туйындырылған углеводородтарҙан (12—12,5%), ирекле карбон кислоталарынан (13,5%‑ҡа тиклем) һ.б. тора. Б.ҡ.б. 30—35оС т‑рала ҡата, 35оС‑тан ашыу т‑рала һығылмалыға әүерелә, 62—72оС‑та ирей. Эфир, бензин, бензолда һ.б. эрей, һыуҙа эремәй. Бер бал ҡорто ғаиләһенән миҙгеленә 0,5—1,5 кг Б.ҡ.б. алалар.

2) Б.ҡ.б. сеймалын (иҫке кәрәҙҙәр, умарталарҙағы Б.ҡ.б. ултырмаларын һ.б.) иретеү ярҙамында алынған продукт. Алыу ысулдары б‑са умарталыҡ Б.ҡ.б. (умарталыҡтарҙа Б.ҡ.б. сеймалын балауыҙ иреткестәрҙә иретеп алалар), производство Б.ҡ.б. (умарталыҡтарҙа иретелгән Б.ҡ.б. ҡалған матдәне балауыҙ эшкәртеү заводтарында эшкәртеп алалар), экстракцияланған Б.ҡ.б. (заводта эшкәртелгән Б.ҡ.б. ҡалған матдәне бензин м‑н экстракциялап алалар) бүленә. Б.ҡ.б. складтарҙа һаҡлайҙар, һаҡлау ваҡыты сикләнмәгән. Б.ҡ.б., нигеҙҙә, кәрәҙ етештереү өсөн ҡулланалар, сәнәғәттең 40‑тан ашыу тармағында (авиация, радиотехника һ.б.) файҙаланалар. Дауалау, микробҡа ҡаршы тороу һ.б. сифаттарға эйә, ветеринария, медицинала ҡулланыла. Б.ҡ.б. органолептик һәм физик‑химик күрһәткестәрен өйрәнеү һәм уның нигеҙендә дауалау‑иҫкәртеү продукттарын эшләү Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә (Ә.М.Ишемғолов, Н.З.Ишемғолова һ.б.), апитерапия ысулдарын — Медицина университетында (Л.Т.Ғилметдинова, Л.А.Лепилина, Ә.Ғ.Маннапов, Р.Т.Маннапова, Р.Р.Фәрхетдинов һ.б.), “Прополис” ЯСЙ‑нда (Ә.А.Бәкеров, Г.Х.Бәкерова һ.б.) тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ ҡара: Балауыҙҙар, Умартасылыҡ.

Әҙәб.: Пчеловодство Башкортостана / М.Г.Гиниятуллин [и др.]. Уфа, 2008.

М.Ғ.Ғиниәтуллин, И.В.Шафиҡов

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: