Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАУЫҘҘАР

Просмотров: 1189

БАЛАУЫҘҘАР, майға оҡшаш, үҙле органик матдәләр. Тәбиғи (йәнлек Б. — бал ҡорто балауыҙы, ланолин, шеллак, спермацет һ.б.; үҫемлек — кандель, карнауб һ.б.; ҡаҙылма — тау Б., йәки озокерит; һоро күмер Б., йәки монтан-Б.; торф Б.), яһалма йәки өлөшләтә синтетик (монтан‑Б. окисландырыу юлы м‑н, ш. уҡ нефть һәм ыҫмала парафиндары һәм уларҙың сығарылмалары нигеҙендә алына) һәм синтетик (Фишер‑Тропш парафиндары, мол. м. 2—10 мең булған полиолефин ҡатышмалары, түбән молекуляр массалы полиэтилен — полиэтилен Б.) Б. айыралар. Тәбиғи Б. башлыса бер нигеҙле, һирәк осраҡта ике нигеҙле туйынған юғары молекуляр карбон кислоталарының ҡатмарлы эфирҙарынан тора; уларҙың составында ш. уҡ спирттар, май к‑талары, парафиндар, хуш еҫле матдәләрҙең булыуы мөмкин. Яһалма һәм синтетик Б. составына углерод атомдарының һаны 24‑тән алып 42‑гә тиклем булған углеводородтар, ш. уҡ уларға окисландырыу һәм этерификациялау үткәреүҙән алынған продукттар инә. Б. — ағыуһыҙ, һыуға тотороҡло, аморф матдәләр, 100°С‑ҡа тиклем т‑рала ирейҙәр; төрлө майҙар һәм полимерҙар м‑н еңел ҡушыла. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. уртаһынан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында гача (420—500°С‑та ҡайнаусы май фракцияларын парафинһыҙлаштырып алына) нигеҙендә 3В‑1 маркалы һәм петролатум нигеҙендә 3ВП‑2 маркалы һаҡлағыс Б. етештереү ойошторола; 80‑се йй. уртаһынан һаҡлағыс Б. етештереү технологияһы камиллаштырыла. Респ. “Газпром нефтехим Салават”, “Уфаоргсинтез” ААЙ‑ларында полиэтилен Б. һәм “Нефтехим” тәжрибә з‑дында (Өфө) эмульсион Б. етештереү үҙләштерелә. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында Яңы Өфө НЭЗ‑ында (Д.Т.Баһауетдинов, Р.Ғ.Ниғмәтуллин) Нефть техник университеты (Ш.Т.Аҙнабаев, П.Л.Ольков), Шин етештереү сәнәғәте ҒТИ (Мәскәү) һәм Бөтә Союз нефтехимия ҡорамалдары ҒТИ (Волгоград ҡ.) ғалимдары м‑н берлектә 3ВП маркалы (молекулаларында углерод атомдары башлыса 24‑тән алып 42‑гә тиклем булған налкандарҙан һәм 30‑ҙан алып 42‑гә тиклем — изо‑алкандарҙан торған) һаҡлағыс Б. һәм маҡсатҡа ярашлы 3ВП маркалы Б. фильтраты һәм петролатум ҡатышмаһы нигеҙендә ВН маркалы Б. етештереү технологиялары уйлап табыла. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда 60‑сы йй. парафинлы нефть продукттары нигеҙендә һаҡлағыс Б. алыуҙың сәнәғәт технологияларын уйлап табыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр уҙғарыла. 80‑се йй. Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар институтында — юғары молекуляр май спирттары нигеҙендә (В.В.Зорин), 90‑сы йй. алып Нефтехимия һәм катализ институтында полиэтилен сығарылмалары нигеҙендә (Ю.А.Сангалов) тәбиғи Б. синтетик аналогтарын алыу ысулдарын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. БР‑ҙа Б. металдар, ағас, ҡағыҙ һ.б. өсөн һаҡлаусы композициялар әҙерләүҙә; энтомологик елем, электр изоляциялау материалдары; мед. (крем, майҙар, ш. иҫ. шешеүгә ҡаршы ҡулланылған), теүәл ҡойоу технологияһында, шин етештереү сәнәғәтендә, көнкүреш химияһы тауарҙарын етештереүҙә һ.б. ҡулланалар. Шулай уҡ сырҙарҙың өҫкө йөҙөн ҡаплау өсөн СДС‑13М иретмәһенең нигеҙе сифатында ВН‑2 маркалы Б. файҙаланыла. 2001 й. 3ВП маркалы һаҡлағыс Б. сығарыуҙың дөйөм күләме 1150 т тәшкил иткән, полиэтилен Б. — 120 т. 3ВП маркалы Б. м‑н РФ-тың (Екатеринбург, Мәскәү, Түбәнге Кама, Ярославль ҡҡ.) һәм Белоруссияның (Бобруйск ҡ.) шин етештереү з‑дтары тәьмин ителә.

Әҙәб.: Белькевич П.И., Голованов Н.Г. Воск и его технические аналоги. Минск, 1980.

Р.Ғ.Ниғмәтуллин, Ю.А.Сангалов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: