Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРЫШЛАҠ КҮБӘЛӘКТӘР

Просмотров: 1121

ҠАРЫШЛАҠ КҮБӘЛӘКТӘР (Geometridae), күбәләктәр ғаиләһе. Яҡынса 25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда Ҡ.к. 500‑ҙән ашыу төрө (йәшел, крыжовник, слива һ.б.) бар. Ҡанаты йоҡа, ҡоласы 1,3—5, эреләренең — 8 см тиклем, ҡайһы бер төрҙәрҙә инә күбәләктәр ҡыҫҡа ҡанатлы йәки ҡанатһыҙ. Алғы ҡанаты киң, өсмөйөшлө, башлыса һоро, көрән, һарғылт көрән төҫтә, арҡыры буйҙар йәки һыҙыҡтар менән, артҡыһы түңәрәк, аҡһыл йәки һорғолт, тышҡы сите буйлап ҡарараҡ төҫтә. Тыныс хәлдә ҡанаттары башлыса яҫы. Башы бәләкәй, йомро; күҙе яланғас йәки ҡыҫҡа төк менән ҡапланған. Томшоғо оҙон, ҡайһы берҙәренеке редукцияға бирелгән. Инә күбәләктәрҙең мыйығы еп, шырт рәүешле, аталарыныҡы — тараҡ рәүешендә, ян-яҡ үҫентеләре керпек шәлкемдәре менән. Аяғында оҙон сәнскеләр һәм тибенгеләр бар. Йомортҡаларын ботаҡтарҙың һәм япраҡтарҙың аҫҡы яғына, ҡайһы берҙә үҫемлектәрҙең емештәренә, ҡышҡы Ҡ.к. — ағас бөрөләренә һала. Ҡарышлауыҡтары һорғолт йәки йәшкелт төҫтә, 2 пар ҡорһаҡ аяғы менән. Үрмәксе ауынан яһалған ҡуҙыларҙа ағас ботаҡтарында, ҡайһы бер төрҙәре — үҫемлектәрҙең төрлө өлөштәренән эшләнгән тышсаларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары шыма, ҡыҙғылт көрән, йәшел, һары, һоро төҫтә. Бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары йәки ҡурсаҡтары, һирәгерәк йомортҡалары ҡышлай (тупраҡта). Эңерҙә һәм төндә, ҡайһы берҙә көндөҙ әүҙем. Ҡарышлауыҡтары — бөрө, япраҡ, сәскә бөрөһө, һирәкләп ике өлөшлөләрҙең орлоғо, имагоһы сәскә нектары менән туҡлана, ҡайһы бер Ҡ.к. туҡланмай. БР-ҙа бөтә ерҙә таралған. Күпселек Ҡ.к. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.01.2023