Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИКЕ ӨЛӨШЛӨЛӘР

Просмотров: 1121

ИКЕ ӨЛӨШЛӨЛӘР, магнолиопсидтар (Dicotyledones, йәки Magnoliopsida), бәбәге 2 орлоҡ өлөшөнән торған сәскәле үҫемлектәр класы. 8 ярым класы (Magnoliidae, Ranunculidae, Caryophyllidae, Hamamellidae, Dilleniidae, Rosidae, Lamiidae, Asteridae), 128 тәртибе, 429 ғаиләһе, яҡынса 10 мең заты һәм 190 мең төрө билдәле. Барлыҡ континенттарҙа ла таралған, бөтә ерҙә лә үҫә, Ерҙең үҫемлек япмаһының мөһим компоненты. И.ө. билдәле булған бөтә йәшәү формаларында ла осрай. БР флораһында И.ө. 1270‑тән ашыу төрө иҫәпләнә (сәскәле үҫемлектәрҙең яҡынса 80%‑ы), улар 229 затҡа һәм 82 ғаиләгә ҡарай. Орлоҡ өлөшөнөң ғәҙәттә 3 төп үткәргес шәлкеме була. Беренсел (бәбәк) тамырсығы төп тамыр булып үҫә һәм үҙәк тамыр системаһы барлыҡҡа килә, ҡайһы бер үләндәрҙә төп тамыр насар үҫешә йәки ҡорой, шунлыҡтан суҡлы тамыр системаһы яһала. Онтогенезда тамыр таҡыяһының һәм энтодермаһының килеп сығышы дөйөм (томбойоҡ һымаҡтарҙан башҡаларҙа). Һабаҡтың үткәргес системаһы ғәҙәттә үткәргес шәлкемдәрҙең 1 улсаһынан тора, ҡағиҙә булараҡ, камбийлы. Флоэмаһында паренхима бар (кирказон һымаҡтарҙа, лютик һымаҡтарҙа һ.б. ҡайһы бер ғаиләләрҙә булмай). Ҡайырыһы һәм үҙәге бүленгән. Япрағы ябай йәки ҡатмарлы, һаплы (сатыр һымаҡтарҙа, аралия һымаҡтарҙа — еңсәле), япраҡ эҙҙәре ғәҙәттә 1—3, һеңерсәләнеүе ҡауырһын, һирәгерәк бармаҡ һымаҡ, ҡайһы бер төрҙәрендә дуға һымаҡ йәки параллель. Сәскәһе ғәҙәттә — 5, һирәгерәк — 4, ҡайһы ваҡыт 3 өлөшлө. Нектарлыҡтары төрлө типта: башлыса үҙгәргән һеркәс, ҡайһы ваҡыт емшән бүлкәләрендә урынлашҡан махсус үҫенте рәүешендә. Инә күҙәнәк бүленгәндә микроспора тетрадтарында күҙәнәк бүлкәләре мейоз процесының аҙағында барлыҡҡа килә (бүлкәләр барлыҡҡа килеүҙең симультан тибы). Һеркә бөртөгөнөң тышсаһы өс бураҙналы (ябай төркөмдәрҙә бер бураҙналы). Эндосперм күпселек төрҙәрендә целлюляр (ядроның һәр бер бүленеүенән һуң күҙәнәк бүлкәләре барлыҡҡа килә). И.ө. ағастарҙың күпселек төрҙәре (имән, тирәк, ҡайын, йыла, йүкә һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (сейә, борсаҡ, ҡарабойҙай, кәбеҫтә, картуф һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (кәрешкә, ҡандала үләне, клевер, мал сөгөлдөрө, рапс һ.б.), сүсле үҫемлектәр (етен, киндер, кесерткән, мамыҡ һ.б.), дарыу үҫемлектәре (шиңмәҫгөл, андыҙ, мәтрүш, һары мәтрүш, ҡанүлән һ.б.), декоратив үҫемлектәр (астра, ҡәнәфер, шыҡтым, роза, миләүшә һ.б.), баллы үҫемлектәр (суҡмарбаш, ҡыртан, саған, кәкүкбаш, йылҡы борсағы һ.б.) ҡарай. И.ө. үҫемлектәрҙең 139 һирәк төрө, ш. иҫ. 36 реликт (шуларҙан бысраҡ ҡыйыҡтаж, өсәүле йөрәгүлән, себер флоксы Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл китабына индерелгән) һәм 38 эндемик (Клер астрагалы, Разумовский тәңкәғуҙағы, Эверсман ҡаҙ үләне, Крашенников минуарцияһы, Ипполит ҡыйыҡтажы, тоҙут һымаҡ әрем, ирәмәл алтын тамыры, урал соссюреяһы, ҡандала ҡанүләне РФ‑тың Ҡыҙыл китабына, 13 төр — Гельм астрагалы, урал елбегәйе, урал лаготисы, урал ҡаҙ үләне, Крылов зыягөлө Халыҡара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл китабына ингән) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Әҙәб.: Тахтаджян А.Л. Система магнолиофитов. Л., 1987; Эколого-географический анализ флоры Республики Башкортостан. Уфа, 1995.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.08.2023