Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШ МЕЙЕҺЕ ҺЕЛКЕНЕҮ

Просмотров: 970

БАШ МЕЙЕҺЕ ҺЕЛКЕНЕҮ, баш мейеһе травмаһы һөҙөмтәһендә баш мейеһе эшмәкәрлегенең кинәт боҙолоуы. Б.м.һ. булғанда үҙәк нервы системаһында микроструктур (күҙәнәк һәм субкүҙәнәк) кимәлдә морфол. үҙгәрештәр, айырым нейрондар араһында бәйләнештең ваҡытлыса юғалыуы күҙәтелә. Төп симптомдары: ҡыҫҡа ваҡытҡа хәтер юғалыу, аң буталыу, ҡайһы саҡта травма алғанға тиклемге ваҡиғаларҙың онотолоуы (амнезия), күңел болғаныу, баш ауыртыу һ.б. Диагностика өсөн анамнез, клиник һәм инструменталь (баш һөйәгенең рентгенографияһы, эхоэнцефалоскопия, компьютер томографияһы) тикшереү мәғлүмәттәрен ҡулланалар. Хәтерҙең һәм фекерләү ҡеүәһенең боҙолоуына, вегетатив нервы системаһындағы тайпылыштарға һ.б. эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Дауалау медикаментоз (баш мейеһенең ҡан м‑н тәьмин ителеүен көйләүсе, эшмәкәрлеген яҡшыртыусы препараттар, анальгетиктар һ.б.). 20 б. 40‑сы йй. алып БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) — Н.И.Савченко етәкс. Б.м.һ. клиник һәм биохимик үҙенсәлектәре; һуғыштан һуңғы йылдарҙа — баш мейеһе травмаһының ябыҡ формаһының артабанғы эҙемтәләре (Н.Ф.Воробьёв, С.П.Зыков, А.И.Слободчикова) һәм углевод алмашыныуы боҙолоуының патогенезы (М.Р.Йәнекәева); 60‑сы йй. башлап балаларҙа баш мейеһенең еңелсә травмаһының клиник сағылышы һәм ҡатмарлашыуы (К.Ғ.Вәлиева) өйрәнелә. 90‑сы йй. алып алкоголь м‑н ағыуланғанда Б.м.һ. клиник үҙенсәлектәре (Вәлиева, Ш.М.Сафин), балаларҙа баш мейеһе травмаһының артабанғы эҙемтәләре (Ф.М.Байбаҙарова) тикшерелә, Б.м.һ. диагностикалау һәм дауалау алымдары камиллаштырыла (Сафин, А.Р.Фәйзуллин).

Ш.М.Сафин

Тәрж. Р.С.Мөфтәхетдинова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: