Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАН БИРЕҮ СТАНЦИЯҺЫ

Просмотров: 870

ҠАН БИРЕҮ СТАНЦИЯҺЫ, республика дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Башҡортостанда төп махсус ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте үҙәге. Донорҙар селтәрен планлаштырыу һәм булдырыу, донорҙар иҫәбен алыу һәм мед. тикшереүе үткәреү, ҡанды әҙерләү, эшкәртеү, мед. учреждениеларына бүлеү, һаҡлау эшен башҡара, ҡан компоненттарын әҙерләү, ебәреү б‑са дауалау учреждениеларына ойоштороу‑методик һәм консультатив ярҙам күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. Составына донор кадрҙары, ҡан һәм уның компоненттарын әҙерләү, клиник‑диагностика, сифатты тикшереү бүлектәре һ.б.; иммунология бүлеге, ҡан запасы м‑н идара итеү үҙәге экспедицияһы инә.

2011 й. Ҡ.б.с. 237 хеҙм‑р эшләй, ш. иҫ. 45 табип һәм 92 урта мед. хеҙм‑ре; 31572 донор ҡабул ителә һәм тикшерелә, 19164,7 л саф донор ҡаны, 100% консерваланған ҡан эшкәртелә, мед. учреждениеларына 3796,5 л туңдырылған плазма таратыла. 1934 й. БДМИ эргәһендә (ҡара: Медицина университеты) донор ҡанын консервалау б‑са кабинет булараҡ нигеҙ һалына, 1938 й. хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә. Ҡ.б.с. м‑н И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров, В.М.Романкевич һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

У.С.Солтанбаев

Тәрж. М.М.Хәйҙәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019