Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ

Просмотров: 1027

ҠАН МЕНӘН ТӘЬМИН ИТЕҮ ХЕҘМӘТЕ, халыҡҡа мед. ярҙамы системаһы; донорҙарҙан ҡан алыу, уны әҙерләү, компоненттарға бүлеү, оҙайлы һаҡлау, ташыуҙы, стационарҙарҙа трансфузиологик ярҙам күрһәтеүгә (ҡара: Трансфузиология) контролде тәьмин итә, донорлыҡты пропагандалай.

1933 й. Өфөлә В.М.Романкевич етәкс. Ҡан биреү ин‑тының филиалы асыла, 1‑се Совет дауаханаһында (ҡара: Республика клиник дауаханаһы) тәүге ҡан биреү үткәрелә; 1934 й. БДМИ‑ла донорҙар ҡанын консервалау б‑са кабинет булдырыла; 1938 й. И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров етәкс. Респ. ҡан биреү станцияһы ойошторола. 40‑сы йй. ҡан биреү пункттары респ. башҡа ҡалаларында ла асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында гемотрансфузия хәрби‑ялан шарттарында, госпиталдәрҙә, ш. иҫ. эвакуация госпиталдәрендә, киң ҡулланыла. 1942 й. респ. 1012 л ҡан әҙерләнә; 1943 й. 1‑се ярт. 4,5 меңдән ашыу ҡан ебәреү сараһы күрелә. Донорлыҡты пропагандалау б‑са Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай йәмғиәттәренең (ҡара: “Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе”) мед. хеҙм‑рҙәре һәм ағзалары эш алып бара. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа яңы технологиялар үҙләштерелә, плазмаферез һәм плазма киптереү ысулдары практикаға индерелә.

50—60‑сы йй. Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский ҡҡ. ҡан биреү ст., ҡала һәм район дауаханалары эргәһендә бүлексәләр асыла; 45 меңгә яҡын әүҙем донор иҫәпләнә; 32 табип эшләй. 70—80‑се йй. ҡандан фибриноген һәм криопреципитат алыу ысулдары үҙләштерелә. 1987 й. ҡанды кеше иммунодефициты вирусына (ВИЧ) ҡаршы антиесемдәргә тикшереү ысулдары индерелә, 90‑сы йй. бер тапҡыр ҡуллана торған пластик гемоконтейнерҙарға күсеү тормошҡа ашырыла. 1995 й. өҙөк‑өҙөк һәм аппаратлы плазмаферез ҡулланыла башлай, тромбоциттар концентраты етештереү үҙләштерелә. 1997 й. уртаса түбән т‑раларҙа ҡан күҙәнәктәрен оҙайлы һаҡлау ысулы индерелә, компьютер мәғлүмәттәре базаһында автоматлаштырылған теркәлеү системаһы ҡулланылған Берҙәм респ. донорлыҡ үҙәге булдырыла.

2011 й. БР Ҡ.м.т.и.х. 3 ҡан биреү ст. (Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский) һәм 26 ҡан биреү бүлексәһе була; Ҡ.м.т.и.х. учреждениеларында 77558 донор ҡабул ителә, 42864,1 л таҙа ҡан әҙерләнә, 100% консерваланған ҡан эшкәртелә, мед. учреждениеларына 12388,7 л яңы туңдырылған плазма бирелә. 2008 й. алып Ҡ.м.т.и.х. мәсьәләләре б‑са БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Координация советы эшләй. 2011 й. БР Хөкүмәте ҡарамағында Ҡан һәм уның компоненттарын донорлау мәсьәләләре б‑са йәмәғәт советы төҙөлә. Гемотрансфузия аша күсә торған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү “Хәүефһеҙ ҡан” тип аталған оҙайлы маҡсатлы респ. программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

У.С.Солтанбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: