Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТОМАТОЛОГИЯ

Просмотров: 1392

СТОМАТОЛОГИЯ (гр. stoma — ауыҙ, тишек һәм ...логия), тештәр, ауыҙ ҡыуышлығы, яңаҡтар һәм бит, муйын ситтәре ауырыуҙарын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Терапевтик, хирургик, ортопедик С., пародонтология, ортодонтия һәм балалар С. айырыла. Башҡортостанда беренсе дәүләт стоматология амбулаторияһы 1919 й. Өфөлә асыла. 1920 й. Башҡ‑н респ. Һаулыҡ һаҡлау ХК системаһында 22, 1938 й. 100‑гә яҡын табип эшләй. 1924 й. Өфөлә Үҙәк теш дауалау поликлиникаһы ойошторола, уның нигеҙендә 1934 й. өлкә теш дауалау мәктәбе асыла (ҡара: Өфө медицина колледжы). Республикала С. б‑са тәүге фәнни тикшеренеүҙәр Б.В. һуғышы йылдарында БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) башлана һәм яңаҡ‑бит тирәһе яраларын рентгендиагностикалауға, пуля м‑н яраланыуҙан һуң барлыҡҡа килгән ауыҙ тишеге деформацияларын һәм дефекттарын хирургик дауалауға арнала (Л.С.Гольдберг һ.б.). 50—70‑се йй. шайыҡ‑таш ауырыуы (П.Ф. Евстифеев), висмут стоматиттары (Л.И. Ишмөхәмәтова) булғанда биол. пломба барлыҡҡа килеү сәбәптәре өйрәнелә, Башҡортостанда һыу м‑н тәьмин итеү сығанаҡтарында фтор миҡдары һәм теш кариесының таралышы өйрәнелә (Т.А.Байбурина, Ә.Ә.Сатаева), яңаҡ‑бит хирургияһында тергеҙеү һәм пластик операциялар ысулдары камиллаштырыла (Д.В.Воронцов, В.Ф.Татаринов). 1951 й. Республика стоматология поликлиникаһы асыла. 1962 й. 192 теш дауалау кабинеты була, унда 57 стоматолог, 346 теш табибы һәм 115 теш технигы эшләй. 1976 й. БДМУ‑ла стоматология ф‑ты ойошторолғандан һуң яңаҡ‑бит тирәһе шешеү ауырыуҙары, өҙлөгөүҙәр этиологияһы, патогенезы өйрәнелә, дауалау алымдары эшләнә (С.В.Чуйкин), яңаҡ‑бит тирәһе тыумыштан һәм тормошта алынған патологиялы балаларҙы реабилитациялау ысулдары камиллаштырыла (Ю.В.Андрианова, Н.А.Дәүләтшин, Т.В.Снеткова), ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тиресәһе ауырыуҙарын (Т.С.Чемикосова), пародонтты (А.И.Булгакова, Х.М.Шәйҙуллина), сикә‑аҫҡы яңаҡ быуынын, теш рәттәре дефекттарын (Р.Ғ.Ғәлиев), кариестың киҫкен формаларын (В.В.Миронова) дауалау ысулдары эшләнә; яңаҡ‑бит тирәһе патологияһы булғанда аллотрансплантация һәм туҡымалар күсереп ултыртыу (Г.Ғ.Минһажев, Ф.З.Мирсаева, Н.Е.Сельский), теш‑яңаҡ аномалияларын һәм яңаҡ‑бит тирәһе деформацияларын иҫкәртеү һәм дауалау (Л.П.Герасимова, Ф.Ф.Маннанова) өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла. 2007 й. БР‑ҙа өлкәндәр өсөн 17 (1 респ., 14 муниц., 2 хужалыҡ иҫәбендәге), балалар өсөн 4 стоматология поликлиникаһы, вуздарҙың стоматология поликлиникаһы эшләй; 1360 стоматолог (ш. иҫ. яңаҡ‑бит хирургтары), шуларҙан 565 терапевт, 164 хирург, 222 ортопед, 51 ортодонт, 147 балалар теш табибы эшләй.

С.В.Чуйкин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: