Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕРЕСКЕН

Просмотров: 534

ТЕРЕСКЕН (Krascheninnikovia), алабута һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 8—10 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың тропик булмаған урман‑дала, дала һәм ярымсүл өлкәләрендә таралған. Башҡортостанда бүрекле Т. үҫә. Оҙон тура һәм ҡыҫҡа ҡуйын үренделәре булған ярым ҡыуаҡ, бейеклеге 40—100 см. Япрағы овал, ҡыҫҡа һаплы, оҙонса йәки йомортҡа-ланцет формаһында, тупаҡ йәки осло, шыма ситле, сите буйлап аҫҡа табан бөгөлгән, сиратлы, йондоҙ һымаҡ төктәрҙән торған мамыҡ м‑н ҡапланған. Сәскәһе бер енесле, бер өйлө; ата сәскәләр — сәскә ҡолаҡсынһыҙ, сәскә эргәлеге 4 япраҡсанан һәм 4 һеркәлектән тора, өҫкө өлөшөндәге сәскәлектәргә йыйылған; инәләренең еп рәүешле ике емешлек ауыҙы бар, сәскә эргәлекһеҙ, япраҡ ҡуйындарында ата сәскәлектәр аҫтында урынлашҡан. Сәскәлеге һепертке һымаҡ, бер нисә йәки күп башаҡтарҙан тора. Июль—сент. сәскә ата. Емеше бер орлоҡло, сәтләүек һымаҡ, кире йомортҡа формаһында, төклө, авг.—окт. өлгөрә. Ташлы далаларҙа, эзбизташлы яланғаслыҡтарҙа үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Мал аҙығы үҫемлеге. Составында алкалоидтар, тритерпен сапониндар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: