Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕХНИК ҮҪЕМЛЕКТӘР

Просмотров: 886

ТЕХНИК ҮҪЕМЛЕКТӘР, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн сеймал биреүсе ҡырағай үҫемлектәр һәм техник культуралар. Башҡортостанда ҡырағай Т.ү. ирекләүсе (имән ағасы, аҡшыршы, тал, шыршы һ.б. ҡабыҡтары, ат ҡуҙғалағы, ир туйыр абағаһы һ.б. тамырҙары һәм тамыр һабаҡтары, һары мәтрүш үләне һ.б. ҡулланыла), буяу (төрлө төҫтәге буяуҙар биреүсе 10‑дан ашыу төркөм асылған; ике өйлө кесерткән, һары күбәләк сәскәһе, бөрмәкәй төрҙәре һ.б. тамырҙары һәм тамырһабаҡтары, аҡ алабута, ҙур сөйәлүләне, төрткөлө һары мәтрүш һ.б. үләндәре, дарыулы ҡырҡъяпраҡ, күк суҡмарбаш, ябай аҡ сәскә һ.б. сәскәләре, йомшартыусан бүре муйылы, ҡара бөрлөгән, май әлмороно һ.б. емештәре ҡулланыла), эфир майлы (ҡанүлән, мәтрүш, һырға һ.б. үләндәре, аҡ әнис, миләш һ.б. емештәре, ерек ҡураһы, йүкә һ.б. сәскәләре), дарыу үҫемлектәре (ҡанүлән, меңъяпраҡ, мәтрүш һ.б. үләндәре, ҙур юл япрағы, ҡыҙыл көртмәле, үгәй инәүләне һ.б. япраҡтары, еҙтөймә, йүкә, һыйырғолаҡ һ.б. сәскәләре, ҡурай еләге, муйыл, энәлек һ.б. емештәре, йылан ҡымыҙлығы, тура ҡаҙүләне һ.б. тамырҙары), гуттаперча (сөйәлле зелпенең тамырҙары), каучуклы (канада һирәк тажы, Швецов туҙғаҡ башы һ.б. япраҡтары, ҡара сағандың һуты), крахмаллы (аҡ томбойоҡ, сатырлы һыусәсәге, яҫыяпраҡ екән һ.б. тамырһабаҡтары, ҙур дегәнәк, үрмәксе һымаҡ дегәнәк һ.б. тамырҙары, бөҙрә ләләнең һуғанбаштары, йөҙөүсән шауғамыш, ҡаймалы бесәй тарыһы һ.б. емештәре), май биреүсе (йөҙйәшәр етен, ябай сәтләүек ағасы һ.б. орлоҡтары, сүплек киндере, сәсеүлек шипкәне һ.б. емештәре), сүсле (ҡара: Сүсле үҫемлектәр), шәкәрле (ябай ҡамыштың йәш үренделәре, аҡ ҡайын, ҡара саған һ.б. һуттары) үҫемлектәре киң таралған. Ҡайһы бер Т.ү. комплекслы файҙаланыла. Т.ү. — ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең күп ғаиләләренә ҡараған бер йыллыҡ (кейеҙ үлән, эт дегәнәге һ.б.), ике йыллыҡ (ҡанүлән, миләүшә һ.б.) һәм күп йыллыҡ (балан, миләш һ.б.) төрҙәр.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019