Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ

Просмотров: 2505

ӨФӨ НЕФТЬ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ, төрлө маркалы яғыулыҡ алған нефть һәм углеводород газдар эшкәртеү пр‑тиеһы. Составында яғыулыҡ, газ‑каталитик, химия, сервис, тауар производстволары бар. 2013 й. 1356 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. 1935 й. Черниковка эшселәр ҡасабаһында Өфө крекинг-заводы булараҡ асыла, 1938 й. АВТ-1 ҡулайламаһында (атмосфера-вакуум торбалы) бензиндың 1‑се партияһы эшкәртелә, 1939 й. файҙаланыуға 1‑се сират ебәрелә; 1940 й. алып Ө.н.э.з. “Башнефтекомбинат” (ҡара: Башҡортостан нефтехимия компанияһы) ПБ составында була, 1948—94 йй. Ленин ордены, 1991 й. башлап акционерҙар пр‑тиеһы, 1994 й. — ААЙ, 2012 й. — “Башнефть—УНПЗ” — «“Башнефть” АНК» ААЙ филиалы. Пр‑тиела СССР‑ҙа тәүге тапҡыр фосфорлы катализатор (1948), тимерле катализатор ҡатнашлығында быу конверсияһы м‑н водород (1941) етештереү, вакуумлы газойлдең каталитик крекингы (50‑се йй.), Л-24-5 дизель яғыулығын гидротаҙартыу ҡулайламаһы (1962), юғары көкөртлө нефть эшкәртеү (1959) үҙләштерелә. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948). Пр‑тие м‑н Д.Ф.Варфоломеев, В.М.Гермаш, З.Н.Дауытов, И.В.Егоров, Е.Г.Ивченко, К.П.Лавровский, В.С.Новокщенов, И.Р.Осадченко, Р.М.Усманов, М.Б.Шәймөхәмәтов, А.С.Эйгенсон һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: