Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРЯЕВ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 833

ПЕТРЯЕВ ҠУРҒАНДАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16—13 бб. ҡарай. Шишмә р‑ны Петряев а. көньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Өршәк й. уң ярында һыу баҫмай торған киртләстә урынлашҡан. 1962 й. Г.И.Матвеева тарафынан асыла, 1980 й. Р.А.Ниғмәтуллин өйрәнә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 16 ҡурғандан (диам. 10—20 м, бейеклеге 0,2—1 м) тора, уларҙа 61 ҡәбер табылған. Ерләү ҡоролмалары тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарынан тора, уларҙың күпселегендә ағас япма булған. Мәйеттәр һул яҡ ҡабырғаға бөгәрләнгән килеш һалып, баштары м‑н, нигеҙҙә, төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. 4 ҡәберҙә мәйеттәр парлап ерләнгән. Керамика өсмөйөштәр, ромбтар, тешле штамп ярҙамында баҫылған һыныҡ һәм горизонталь һыныҡтар м‑н биҙәлгән банка һәм көршәк рәүешендәге балсыҡ һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙәрҙә киҫемендә уйымлы һәм түңәрәк беләҙектәр, биҙәкле һөйәк ослоҡ һәм суҡ, ҡабырсаҡтан эшләнгән билбау ҡаптырмаһы табылған. Ҡомартҡы материалдары БДУ‑ла, Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: М о р о з о в Ю.А., Н и г м а т у л л и н Р.А. Этнокультурные связи срубных племён Приуралья в эпоху развитой бронзы. Уфа, 1998.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: