Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПЕТРОВ Михаил Петрович

Просмотров: 1077

ПЕТРОВ Михаил Петрович [17.11. 1904, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Шәрәшле а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 15.8.1967, Винница ҡ.], полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын (Солнечногорск ҡ., 1943), Юғары офицерҙар курстарын (Ленинград, 1949) тамамлаған. 1920—25 йй. БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Байсар телеграф бүлексәһендә эшләй. 1926 й. алып Совет Армияһында. 1940 й. башлап Мәскәү хәрби округының 9‑сы айырым дисциплинар батальоны комиссары. 1941 й. нояб. алып Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 49‑сы армияның 139‑сы уҡсылар див. 364‑се уҡсылар полкы ком. подполковник П. 1944 й. июнендә Белорус ССР‑ының Могилёв ҡ. азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1956) Винница ҡ. эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1941, 1944, 1951), Александр Невский (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1951) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022