ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович
ПОСПЕЛОВ Пётр Иванович [10.8. 1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Ләүәле а. (БР‑ҙың Балаҡатай районы) — 11.12.2006, Златоуст ҡ.], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып В.И.Ленин исемендәге заводта эшләй (Златоуст ҡ.). 1942 й. башлап Совет армияһында. Декабрҙән Брянск, Үҙәк һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 13‑сө армияның 12‑се артиллерия дивизияһы 32‑се артиллерия бригадаһы 539‑сы гаубица артиллерия полкында разведчик булып хеҙмәт итә. Дан ордены менән П. 1943 й. 15—23 сентябрендә Жиличи а. (Украина ССР‑ы), 1944 й. 15 авгусында Пулава ҡ. (Польша) һәм 1945 й. 20 апрелендә Карциг а. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1947) Златоуст тимер юл ст., 1967 й. башлап тимер‑бетон изделиелар заводында (Учалы ҡ.) эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 1‑се (1946), 2‑се (1944) һәм 3‑сө (1943) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында П. уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Златоуст ҡ. Геройҙар аллеяһында бюст ҡуйылған.
Ғ.Һ.Булатов
Тәрж. М.Х.Хужин