Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР КАЗАК ҒӘСКӘРЕ ХӨКҮМӘТЕ

Просмотров: 660

ЫРЫМБУР КАЗАК ҒӘСКӘРЕ ХӨКҮМӘТЕ, 1918—19 йй. Ырымбур казак ғәскәрендә юғары башҡарма власть органы. 1917 й. окт. Ырымбур ҡ. ғәҙәттән тыш ғәскәр йыйылышында ойошторола. 1918 й. ғин. алып Верхнеурал ҡ., апр. — Турғай ҡ., июлдән — Ырымбурҙа, дек. башлап Ырымбур губ. ҡалаларында урынлашҡан. Рәйестән, рәйес ярҙамсыһынан, хәрби бүлек мөдиренән һәм хөкүмәт ағзаларынан (ғәскәр йыйылышында һайланған) торған. 1918 й. июлендә Ы.к.ғ.х. ярҙамы м‑н Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ойошторола. Июлдә Ы.к.ғ.х. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты, сент. — Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте, 18 нояб. А.В.Колчак власын таный. Августа Ырымбур ғәскәре өлкәһенең үҙаллылығын иғлан итә (дек. уны Колчак хөкүмәте таный). Октябрҙә Ы.к.ғ.х. хәрби бүлеге составына Ырымбур хәрби округы штабы инә. 5 нояб. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте Ы.к.ғ.х. ғәмәлдән сығарыу т‑да указ ҡабул итә. 1920 й. ғин. Красноярск ҡ. янында Ы.к.ғ.х. ағзалары РККА частары тарафынан әсиргә алына. Рәйесе — А.И.Дутов. Баҫма органы — “Южный Урал” (“Көньяҡ Урал”; 1917 й. дек. — 1918 й. ғин.) гәзите.

А.Д.Казанчиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019