Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЯБОВ Андрей Фёдорович

Просмотров: 971

РЯБОВ Андрей Фёдорович [29.10.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Воскресенск ҡсб (БР‑ҙың Мәләүез районы) — 14.2.2004, Ишембай ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 12‑се армия 203‑сө уҡсылар дивизияһы 592‑се уҡсылар полкының 5‑се ротаһы уҡсыһы рядовой Р. 1943 й. 27—28 октябрендә Украина ССР‑ының Запорожье ҡ. төньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Ишембай ҡ. йәшәй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. Мәләүез ҡ. мәҙәниәт һәм ял паркында Р. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Ишембай ҡ. урамға уның исеме бирелгән, Геройҙар аллеяһында уға бюст ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023