Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХӨКҮМӘТЕ

Просмотров: 2413

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХӨКҮМӘТЕ, Башҡортостан Республикаһы башҡарма власының юғары органы. РФ Конституцияһының һәм БР Конституцияһының, РФ федераль һәм БР респ. закондарының һәм башҡа норматив акттарҙың үтәлеүен тәьмин итә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙары, министрҙар, дәүләт ком‑ттары рәйестәре һәм ведомстволар етәкселәре, БР-ҙың башҡа дәүләт органдары һәм ойошмаларының етәкселәре составында БР Х. төҙөй, уның эшмәкәрлегенә етәкселек итә һәм уны отставкаға ебәреү т‑да ҡарар ҡабул итә. БР Х. министрлыҡтар, дәүләт ком‑ттары һ.б. БР башҡарма власы органдарының эшмәкәрлеген көйләй; үҙ вәкәләттәре сиктәрендә кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен ғәмәлгә ашырыу һәм яҡлау, милек һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш сараларын күрә; БР Башлығы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —Ҡоролтайға тәҡдим итеү өсөн БР бюджеттарының, терр. дәүләт бюджеттан тыш фондтарының проекттарын, БР‑ҙың соц.-иҡт. үҫеш программаларын эшләй һәм уларҙың үтәлешен тәьмин итә; финанс системаһы, мәҙәниәт, фән, мәғариф, һаулыҡһаҡлау, соц. яҡлау һәм тәьмин итеү, экология, тәбиғәтте файҙаланыу, тирәҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә берҙәм федераль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша; БР‑ҙың дәүләт милке, РФ норматив документтарына ярашлы БР идараһына бирелгән федераль милеккә идара итә һәм уны ҡуллана һ.б.

Башҡортостанда Башҡорт хөкүмәте, Башҡортостан хәрбиреволюцион комитеты, Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ комиссарҙары советы юғары идара органы була, ХКС 1946 й. — Министрҙар Советына, 1993 й. БР МК‑на, 2002 й. БР Х. үҙгәртелә. Премьер-министрҙар: А.Я.Копсов (1992 й. алып), Р.С.Баҡыев (1994 й. алып), Р.И.Байдәүләтов (1999 й. алып), Р.С.Сарбаев (2008 й. алып), Р.З.Хәмитов (2010 й. июленән, 2012 й. авг. алып), А.Ф.Илембәтов (2011 й. алып), Р.Х.Мәрҙәнов (2015 й. нояб. алып).

З.И.Йәнекәев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.05.2023