Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХОҠУҠ

Просмотров: 1359

ХОҠУҠ, халыҡ власы тарафынан раҫланған һәм хоҡуҡи мәжбүр ителгән һәр кемгә мотлаҡ булған дөйөм нормалар системаһы (тәртип ҡағиҙәләре). Яҙма (статутлы, прецедент) һәм яҙма булмаған (йола хоҡуғы), донъяуи һәм дини, милли һәм халыҡ-ара, халыҡ һәм шәхси Х. бүленә. Хоҡуҡ билдәләре: дөйөм мәжбүрилек, нормативлыҡ, формаль билдәлелек, процедуралы, институциональ, дөйөм, үтәлешле, күп тапҡыр ҡулланылышлы булыу. Аграр хоҡуҡ, административ хоҡуҡ, граждандар, ер хоҡуғы, конституцион хоҡуҡ, ғаилә хоҡуғы, хеҙмәт, енәйәт эштәре Х., экологик хоҡуҡһ.б. тармаҡтар; автор, урман хоҡуғы, мираҫ һ.б. тармаҡ бүлексәләре; банк, эшҡыуарлыҡ һ.б. юридик нормаларҙың тармаҡ-ара комплекстары айырыла.

Башҡортостанда Х. проблемалары 20 б. 50-се йй. алып өйрәнелә. Адм. һәм финанс Х. тикшереүгә К.С.Бельский, аграр Х. — Ф.Р.Моратшин, Ф.М.Раянов, Р.А.Ханнанов, граждандар һәм халыҡ-ара Х. — М.И.Брагинский, М.С.Орданский, Н.Б.Сонькин, Е.М.Тужилова‑Орданская, И.Ә. Фаршатов, конституцион Х. — В.Я.Бойцов, М.Ф.Маликов, В.К.Сәмиғуллин, енәйәт, енәйәт-башҡарыу һәм енәйәт-процессуаль Х. — Ш.Ҡ.Вәхитов, Ф.Ғ.Ғиләжев, З.Д.Йәнекәев, Л.Л.Каневский, М.Ф.Костюк, И.А. Макаренко, А.Г.Перегудов, Л.В.Сердюк, дәүләт-хоҡуҡи төҙөлөшөн — З.И.Йәнекәев, И.Ш.Мөҡсинов, Раянов, хоҡуҡи дәүләт институты булараҡ дәүләт хеҙмәтен — И.Р.Ғимаев, Рәсәй суд эштәрен алып барыуҙа ғәйепләү һәм яҡлау институттарын — Ф.Б.Мөхәмәтшин, дәүләт һәм Х. тарихын—Н.А.Катаев,А.Н.Тимонин, дәүләт һәм Х. теорияһын — Сәмиғуллин, К.Б.Толкачёв, А.Ғ.Хәбибуллин, иҡт. именлекте — А.П.Герасимов, законды һәм уға аңлатманы тикшереүгә Н.И.Хәбибулина һ.б. хеҙмәттәре арналған. Х. проблемалары “Вестник Уфимского юридического института МВД России”, “Правовое государство: теория и практика” ж. яҡтыртыла.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: