ЙОЛА ХОҠУҒЫ
ЙОЛА ХОҠУҒЫ, ҡат-ҡат ҡулланыу һөҙөмтәһендә йәмғиәттә хасил булған тәртип ҡағиҙәләре (йолалар) йыйылмаһы. Тарихи яҡтан хоҡуҡтың иң иртә формаһы. Й.х. нормалары яҙма рәүештә лә, телдән-телгә күсеп тә йәшәргә мөмкин. Дәүләттәр барлыҡҡа килеү һәм үҫеү м‑н Й.х. ҡануниәт формалашыу өсөн нигеҙ була, йәки Й.х. уның тарафынан ҡыҫырыҡлана һәм йәшәүҙән туҡтай. Башҡорттарҙа 20 б. башына тиклем шәриғәт м‑н бер рәттән хоҡуҡ сығанағы була. Й.х. нормалары башҡ. общинаһы тормошоноң бөтә яҡтарын көйләгән, төрлө соц. ҡатламдарҙың хоҡуҡ һәм бурыстарын (ҡара: Аҫаба, Бей, Батыр, Тархан, Ялсы) билдәләгән, күрше ҡәбилә һәм халыҡтар м‑н үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе, эске һәм ҡәбилә-ара бәхәстәрҙе көйләгән (ҡара: Барымта, Ҡарымта). Й.х. эш итеү өлкәһенә ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу, ш. иҫ. күсеп йөрөү маршруттарын (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре), көтөүлектәр, баҫыуҙар, сабынлыҡтар сиктәрен билдәләү, урман һәм солоҡсолоҡ биләмәләрен, һыу ятҡылыҡтарын (ҡара: Ер бүлеме) файҙаланыу мәсьәләләре ингән. Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре (ш. иҫ. никахты теркәү шарттары, ҡалым түләү күләме һәм тәртибе һ.б.), мөлкәтте мираҫ итеп алыу тәртибе һәм формалары (ҡара: Майорат, Минорат) Й.х. нормаларына ярашлы көйләнгән. Й.х. нормаларына аңлатма биреүҙе һәм уларҙың үтәлешен — ырыу һәм ырыу бүленеше аҡһаҡалдары, суд бурыстарын аҡһаҡалдар ҡоро башҡарған; Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң был вазифалар яйлап ырыу һәм ҡәбилә башлыҡтарына — бейҙәргә, тархандарға, кенәздәргә, һуңыраҡ старосталарға, старшиналарға күскән. Айырыуса мөһим мәсьәләләр б‑са ҡарарҙар халыҡ йыйылыштарында (ҡара: Йыйын, Ҡоролтай, Майҙан) ҡабул ителгән. Фекер айырымлыҡтары һәм шәриғәт нормаларына тап килмәү осраҡтарында, ҡағиҙә булараҡ, хоҡуҡ йолаларына, суд прецеденттарына таянғандар. Суд вазифаларын ш. уҡ муллалар, Ырымбур мосолман диниәназараты ойошторолғандан һуң тик указлы муллалар (мулла вазифаһына Губерна идаралығы указы м‑н раҫланғандар) үтәгән. Ырымбур мосолман диниә назараты сығарған “Мәхәллә муллалары эшенә етәкселек... ҡағиҙәләре”нә (1983) ярашлы, мираҫты йәки ғаилә мөлкәтен бүлгәндә (айырылышыу, улдарҙы айырым ғаилә итеп башҡа сығарыу һ.б.) үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан кешеләр, дөйөм ризалыҡҡа нигеҙләнеп, Й.х. нормаһына ярашлы ҡарарға килә алған; бәхәсле осраҡтарҙа муллаға мөрәжәғәт итергә тейеш булғандар, ул милекте шаһиттар алдында шәриғәт б‑са бүлгән; риза булмаған осраҡта вариҫтар граждандар судына (ул шәриғәт ҡанундарына ярашлы эш итергә тейеш булған), урындағы властарға йәки ауыл йыйынына мөрәжәғәт иткән. Төрлө енәйәттәр өсөн хөкөм дә Й.х. ярашлы сығарылған. Ауыр енәйәт (кеше үлтереү, ҡат-ҡат урлашыу, талау, зина ҡылып, ул фашланһа һ.б.) өсөн башҡа хөкөм саралары м‑н бергә үлем язаһы ла ҡулланыла алған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан алып, Й.х. яһаҡты һәр ихатаға бүлеү һәм яугирҙарҙы тәьмин итеү (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) мәсьәләләренә лә ҡағылған. Шәжәрәгә һәм башҡа тарихи сығанаҡтарға ярашлы, башҡорттарҙың үҙ йолаларын һәм динен һаҡлау хоҡуғын таныу уларҙың Рәсәйгә ҡушылыу шарттарының береһе булған, ләкин башҡорт ихтилалдарынан (17—18 бб.) һуң дөйөм башҡ. йыйындары тыйылған, старшиналарҙы һайлап ҡуйыу индерелгән. 18—19 бб. батша хөкүмәтенең башҡорттарға һәм Башҡорт ғәскәренә ҡағылышлы ҡарарҙарында һәм юридик акттарында ауыл һәм улус йыйындарына, кантон башлыҡтарына ҡайһы бер мәсьәләләрҙе Й.х. б‑са хәл итеүҙе рөхсәт иткән пункттар бар. “Башҡорттар тураһында положение” башҡорттарҙың Й.х. көсөндә булыуын закон м‑н нығыта, шул рәүешле уның шәриғәт нормалары һәм Рәсәй закондары м‑н параллель эшләүен ҡанунлаштыра. Революциянан (1917) һуң совет хоҡуғын кодификациялау һәм ҡануниәтте яңыртыу (1922—24) м‑н Й.х. эш итеүе сикләнә. Шәриғәт нормалары һәм ҡалым кеүек нормалар тыйыла. Шул уҡ ваҡытта ҡануниәткә инмәгән ғаилә һәм мөлкәт мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләр Й.х. м‑н көйләнеүен дауам итә.
Әҙәб.: Тукман А.И. Положение о башкирах. Уфа, 1912; Бикбулатов Н.В. Шариат и обычаи в разделе семейного имущества и наследования //Исследования по исторической этнографии Башкирии. Уфа, 1984.
Н.В.Бикбулатов, Р.М.Йосопов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина