Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҢ МАЙ ИРЕТЕҮ ЗАВОДТАРЫ

Просмотров: 1329

ТУҢ МАЙ ИРЕТЕҮ ЗАВОДТАРЫ, туң май иретеү пр‑тиелары. Эш ҡаҙанда башҡарылған, алынған һыҙлыҡтарҙан май имән һалмауырлы йәки суйын винтлы пресс м‑н һығып сығарылған. 1844 й. сит илгә сығарыр өсөн 11 сорт, эске баҙар өсөн 2 сорт (һабын һәм шәм эшләр өсөн) туң май үҙләштерелгән. Һарыҡ һәм үгеҙ майы (ҡаты һары туң май) иң сифатлыһы тип һаналған, Ырымбур губернаһында һарыҡ майы киң таралған була. 1840 йй. тиклем Ырымбур губ. йылына яҡынса 20 мең бот (көмөш аҡса м‑н 60 мең һумға тиклем), 1849 й. — 79 (238), 1860 й. 50 заводта — 127 (382) мең бот туң май иретелгән. 19 б. уртаһында Бөрө ҡ. — 1 (10 мең һумлыҡ продукция сығарған), Боғорослан ҡ. — 10 (15,7), Ырымбур ҡ. — 13 (156), Троицк ҡ. — 17 (43,9), Силәбе ҡ. 5 (12,8) Т.м.и.з. булған; 20 б. башында Ырымбур губ. — 44 (Верхнеурал өйәҙендә 1, Ырымбур өйәҙендә 20, Троицк өйәҙендә 21, Силәбе өйәҙендә 2), Өфө губернаһында 1 (Өфө өйәҙендә) Т.м.и.з. иҫәпләнгән. Т.м.и.з. хужалары Ырымбур сикһыҙығында күпләп мал һатып алған сауҙагәрҙәр булған (М.Деев, Е.Мякиньков, И.Путилов, ш. уҡ В.И.Зарубин, А.Хәлитов, П.Шишков, Ғ.Яуышев һ.б.). Т.м.и.з. ирекле ялланған кешеләр эшләгән; 1860 й. 50 заводта 216 эшсе булған. Продукцияның күп өлөшө Екатеринбург, Ҡазан, Шадринск, Эрбет ҡҡ. сауҙагәрҙәренә һатылған, сит илгә Архангельск һәм С.‑Петербург ҡҡ. аша сығарылған.

Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019