Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮРЕҮ

Просмотров: 1551

ҮРЕҮ, әйберҙәрҙе төрлө һығылмалы, сүсле материалдарҙан (сыбыҡ, йүкә, һалабаш), күндән һ.б. эшләү ысулы. Башҡорттарҙың традицион шөғөлө. Ү. төрҙәре һәм үҙенсәлектәре Башҡортостандың тәбиғәт һәм климат шарттары, хужалыҡ итеүҙең традицион формалары (солоҡсолоҡ, игенселек, күсмә малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һ.б.), көндәлек тормош м‑н бәйле булған. Тал һәм муйыл сыбығынан Ү. урман-дала тәбиғәт зонаһында, башлыса Ағиҙел, Дим йй. буйында һәм Урал аръяғында таралған. Йомортҡа, ҡорот һаҡлау өсөн кәрзиндәр, иген, еләк һ.б. өсөн балсыҡ м‑н һыланған ҙур кәрзиндәр (сыт), ҙур шешә өсөн формалар, йорт ҡоштарына оялар, балыҡ тотор өсөн ау, ситән арба, кашауай арба (ҡара: Егеүле транспорт) өсөн көймә, мөшкә һәм һунарға барғанда аҙыҡ-түлек һала торған ҡап (алап), ашамлыҡ һаҡлай торған кәрзиндәр, сабата, ҡайһы бер райондарҙа кирәм һ.б. үргәндәр. Шулай уҡ йәш тал сыбығын (төньяҡ райондарҙа — муйылдыҡын) айырып, юнып, әйбер һаҡлау өсөн кәрзин һәм бирнә һандығы эшләгәндәр. Ағиҙел й. урта ағымы буйында ҡатын-ҡыҙ шөғөлө һаналған септә Ү. айырым һөнәрҙәр (ҡара: Һөнәрселек) рәтенә ингән. Таулы-урманлы төбәктәрҙә ат егеү кәрәк-ярағы әҙерләү өсөн йүкә һуйып һалабаш һалғандар. Нигеҙен ярым күсмә малсылыҡ тәшкил иткән хужалыҡты алып барыу күндән Ү. эшенең (ҡара: Күн эше) киң таралыуына булышлыҡ иткән. Өс ҡайышты бергә ҡушып Ү. киң ҡулланылған: унан сыбыртҡы, ҡамсы, йүгән, ҡамыт-дуға (күмелдерек һәм ҡойошҡан), кирәм эшләгәндәр. Ҡамсыны 5, 7, 9 һәм күберәк ҡайыштан үргәндәр, үҙәге 3 йәки 4 ҡайыштан торған. Сыбыртҡы өс өлөштән торған: беренсеһен — 8, икенсеһен — 6, өсөнсөһөн 4 ҡайыштан үргәндәр. Әйберҙәрҙе ҡайыштан һалған геом. һәм үҫемлек орнаменттары м‑н биҙәгәндәр. Ҡайһы ваҡыт йүгән, дилбегә, нуҡта кеүек әйберҙәрҙе ат ҡылынан үргәндәр. Кесерткән йәки киндер ебенән балыҡ тотор өсөн ау, йылым, һөҙгө һ.б. эшләгәндәр. Урал аръяғында яҫы япраҡлы екән һабағынан септә, кәрзин һәм бау үргәндәр. Ү. оҫталары әйберҙе кемдеңдер үтенесе б‑са йәки йәрминкәлә һ.б. урында һатыу сөн эшләгән. 19 б., тауар-аҡса мөнәсәбәттәре үҫеш алғас, Ү. ҡайһы бер төрҙәре һөнәрселек кәсебенә (мәҫ., һалабаш һалып септә, ҡап, кәрзин һәм бирнә һандыҡтары, сабата үреү һ.б.) әйләнеп китә. 20 б. уртаһында БР‑ҙа Ү. эше яңынан тергеҙелә башлай (ҡара: Биҙәү-ҡулланма сәнғәте).

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019