КҮН ЭШЕ
КҮН ЭШЕ, йәнлек, мал тиреһен эшкәртеү һәм уларҙан әйберҙәр яһау. Башҡорттарҙың, ваҡыт үтеү м‑н, кустарь кәсепкә (итек тегеү, тире иләү, эйәр-өпсөн эше һ.б.) әүерелгән традицион шөғөлө. Көнкүрештә йылҡы, һыйыр, ваҡ мал, дөйә, ҡырағай йәнлек (ҡондоҙ, бүре, һеләүһен, һыуһар, төлкө, мышы, болан һ.б.) тиреһен ҡулланғандар. Тирене эшкәртеү һәм артабан файҙаланыу өсөн төрлө ысулдар булған. Малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән башҡа халыҡтар кеүек, башҡорттар ҙа әсегән һөт, ҡатыҡ, ҡорот, эремсек һыуын файҙаланған. Сей тирене киреп, ҡырғыс м‑н май һәм ит ҡалдыҡтарынан таҙартҡандар. Йөндө бысаҡ йәки салғы һынығы м‑н ҡырғандар, ҡайһы ваҡыт тирене көлгә бутап, бер нисә көн тотҡандар. Тирене махсус киргегә киреп киптергәндәр. Һарыҡ тиреһен ике осо (улар араһына тимер ирәк ҡуйғандар) төрлө оҙонлоҡтағы айыу һөңгөһө рәүешендәге ҡорал м‑н йомшартҡандар. Тирене элеп ҡуйылған килеш, ҡоралдың өҫкө өлөшөн уң ҡулға тотоп, уның ҡайыш элмәк рәүешендәге осон аяҡ аша үткәреп, ҡырғандар. Бәләкәй тиреләрҙе ҡул м‑н йомшартҡандар, ш. уҡ ағас киҫәге йәки тешле туҡмаҡ (киртләсле ағас) ҡулланғандар, аҡбур м‑н ышҡығандар. Һығылмалы күн һәм сифатлы тире алыу өсөн тире бер нисә тапҡыр эшкәртелгән. Тире һәм унан яһалған һауыт-һаба һыу үткәрмәһен өсөн, уны махсус рәүештә ыҫлағандар (ҡара: Ыҫлыҡ), теккәндә һеңер йәки ат ҡылы файҙаланғандар. Тиренән хужалыҡ әйберҙәре (ҡара: Тиренән эшләнгән өй кәрәк-ярағы), өҫ һәм аяҡ кейеме, ҡамыт-дуға, эйәр, хәрби ҡорамалдар һәм һунар әйберҙәре (һаҙаҡ, саҡса, йәҙрә тоҡсайы, бысаҡ һәм ҡылыс ҡындары, ҡалҡан) яһалған. Һарыҡ йәки йәнлек тиреһенән йомшаҡ сәрмә (кәшен), өҫ кейеме (ҡара: Бүрек, Тун) теккәндәр. Ҡайыш эшләү ҙә киң таралған. Итек һәм ат егеү кәрәк-ярағы өсөн тирене, төрлө ағас ҡайрыһы (ерек, күк тирәк, тал) төнәтмәһен файҙаланып, көрән, һары, ҡайһы ваҡыт ҡыҙғылт төҫкә буяғандар. Ат егеү кәрәк-ярағын, ш. уҡ йәйә һауытын, һаҙаҡты, бил ҡайышын, ҡаптырғаны һырлап йәки сүкеп яһалған орнамент, аппликация, көмөш, алтын йүгертелгән металл тәңкәләр (сүкеп йәки ҡарайтып төшөрөлгән биҙәкле, аҡыҡ, фирүзә, мәрйен, ҡырланған төҫлө быяла ҡуйылған) м‑н биҙәгәндәр. Ваҡыт үтеү м‑н, тире иләү, өҫ һәм аяҡ кейеме тегеү, ат егеү кәрәк-ярағы, өй, һунар кәрәк- ярағы, хәрби ҡорамалдар яһау оҫталары (күнселәр) барлыҡҡа килә. 20 б. башына тиклем К.э. хужалыҡ итеүҙә (ҡара: Хужалыҡ) малсылыҡ өҫтөнлөк иткән көнсығыш Урал аръяғында, Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында, Ырымбур өлкәһендә үҫешкән. Малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән байтаҡ халыҡтарҙа таралған була.
С.Н.Шитова
Тәрж. М.Х.Хужин