Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛСЫЛЫҠҠА БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР

Просмотров: 1064

МАЛСЫЛЫҠҠА БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР, мал һанын һаҡлауға һәм арттырыуға (ҡара: Малсылыҡ) йүнәлтелгән традицион йолалар. Башҡорттарҙа М.б.й., ғәҙәттә, йәйләүгә (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) күсер алдынан һәм көтөүлектәрҙән ҡайтҡас үткәрелгән. М.б.й. ваҡытында арбағандар (ҡара: Арбау), изге теләктәр әйткәндәр, ҡайһы берҙә ҡорбан килтергәндәр (ҡара: Ҡорбан килтереү). Күп кенә М.б.й. исламға тиклемге дини инаныуҙарға бәйле: һаҡлағыс итеп ат (ҡара: Ат культы), тәкә, бүре (ҡара: Бүре культы), айыу (ҡара: Айыу культы) һәм башҡа хайуандарҙың баш һөйәктәрен файҙаланғандар (аҙбар бағаналарына беркеткәндәр, умарталыҡҡа ҡуйғандар). Яуыз көстәрҙән һәм ауырыуҙарҙан һаҡлар өсөн артыш ботаҡтары элгәндәр, малдың мөгөҙөнә йәки муйынына ҡыҙыл туҡыма киҫәге, бетеү, бүре һәм айыуҙан һаҡлар өсөн — ошо хайуандарҙың йөнөн, бәләкәйерәк һөйәктәрен, ҡаҙыҡ тештәрен бәйләгәндәр. М.б.й. комплексында бәхетте, уңышты, ш. уҡ рухты, йәнде аңлатҡан ҡот төшөнсәһе мөһим урын биләгән. Хөрәфәттәр  б‑са, мал ҡото һаҡланған малға бәйле булған. Һатҡан саҡта уның муйынына муйынсаҡ (ғәҙәттә, ҡыҙыл төҫтә) элгәндәр, малдың хужаһы 3 тапҡыр “Ҡотоң ҡалһын, үҙең кит” тип әйтеп, төрлө урындан өс услам йөн йолҡоп алып, һарайҙың бүрәнә ярыҡтарына ҡыҫтырған. Һатып алыусы ла “Ҡотоңдо алам” тип әйтеп, шуны уҡ эшләгән. Һатҡанда малға ҡағылырға ярамаған; һатҡан кеше: “Һин дә уң, мин дә уңайым, алдың-артың ҡот булһын” тиһә, һатып алыусы: “Һин аҡсаның изгелеген күр, мин — малдыҡын” тигән. Киткәндә һатып алыусыға артына әйләнеп ҡарау тыйылған. Яңы хужа малдың башы тирәләй тимер әйбер йөрөтөп, уны өшкөрөп алған. Яҡшы үрсем алыу өсөн нәҫел тәкәһенең мөгөҙөнә һарыҡ тәкәһе мөгөҙө бәйләгәндәр. Әгәр киләһе йылда орғасы йәки үгеҙ быҙау алырға теләһәләр, шуға ҡарап ир йәки ҡыҙ балаға ыуыҙ эсергәндәр. Яңы тыуған бәрәс һәм быҙауҙарҙы мейес эргәһенә килтереп (ул ғаиләне һаҡлаған изге заттарҙың йәшәгән урыны булып һаналған), өс тапҡыр “Мейестәй ҙур бул, мөрйәләй ҙур бул”, тип әйткәндәр. Малды сихырҙан, күҙ тейеүҙән һ.б. һаҡлар өсөн “Тел-теш ҡырҡыу” йолаһы үткәрелгән: имсе ҡатын малдың оҙонлоғон бау м‑н үлсәп, 41 төйөн бәйләгән һәм уларҙы ҡырҡып, әпсен-төпсөн һүҙҙәре әйтеп, доға уҡып ергә күмгән. Төрлө ауырыуҙарҙан малды артыш яндырып төтәҫләгәндәр, артыш төймәһе яһап быҙау, бәрәс һәм башҡа малдың муйынына бәйләгәндәр, өшкөрөлгән тоҙло һыу һипкәндәр; күҙ тейеүҙән миләш емешенән муйынсаҡ эшләп таҡҡандар, маңлайҙарына ҡором м‑н билдә яһағандар. Мал күпләп ауырыһа, уларҙы, ғәҙәттә, өс тапҡыр иҫке зыярат тирәләй йәки башҡа изге һаналған урындан ҡыуып йөрөткәндәр, сығыр утының (ике ағасты ышҡып табылған) төтөнөн ебәргәндәр, көл һипкәндәр. Башҡорттарҙа ш. уҡ балаларға мал инселәү йолаһы булған, мал бирнә, ҡалым өлөшөнә ингән. Көҙөн мал һуйған ваҡытта башҡорт аш-һыуының традицион аштарын әҙерләп, “Һуғым ашы” йолаһы үткәргәндәр.

Әҙәб.: С у л е й м а н о в а М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005. М.Н.Сөләймәнова Тәрж. М.В.Хәкимова

 М.Н.Сөләймәнова

Тәрж.М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019