Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙОЛАЛАР

Просмотров: 1733

ЙОЛАЛАР, ғөрөф-ғәҙәткә (ҡара: Йола), йәмғиәт ҡанундарына бәйле эш-ҡылыҡ тәртибе йыйылмаһы. Унда дини ҡараштар, көнкүреш традициялары, соц. идеялар һәм ҡиммәттәр сағыла. Й. тормоштоң объектив ағышын ыңғай йүнәлешкә бороу һәм соц. мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн хеҙмәт итә. Дәүләт барлыҡҡа килгәндән һуң традицион Й. м‑н бер рәттән үҙенсәлекле Й., йәмәғәт һәм дәүләттең сәйәси тормошона бәйле ғөрөф-ғәҙәт һәм тәртип формалаша. Й. шәхес һәм коллектив (ғаилә, община һ.б.) тарафынан үтәлергә мөмкин. Башҡорттарҙың традицион Й. иҫәбенә хужалыҡ итеүҙеңтрадицион формаларына (ҡара: Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, Малсылыҡҡа бәйле йолалар) бәйле календарь һәм кеше тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙы сағылдырған ғаилә (ҡара: Бала тыуыуға бәйле йолалар, Ерләү йолалары, Туй йолалары) Й. инә. Шулай уҡ халыҡ медицинаһында имләү Й. бар. Й. үткәреү йола фольклоры, арбау, изге теләктәр әйтеү, ҡорбан килтереү, йола аштары әҙерләү (ҡара: Башҡорт аш-һыуы) һәм уртаҡ табын ҡороу м‑н бергә үрелеп бара. Башҡорттарҙың традицион Й. исламға тиклемге дини инаныуҙар, хайуандар культы (ҡара: Ат культы, Болан культы, Бүре культы), ҡоштар культы, ата-бабалар культы, магия м‑н бәйләнеш күҙәтелә. Ислам дине ҡабул ителеү м‑н мосолман йолалары тарала. Байрамдарҙа, халыҡ уйындарында, халыҡ йыйылыштарында (ҡара: ЙыйынҠоролтай) Й. үткәрелгән (ҡара: Кәкүк сәйе, Ҡарғатуй, Майҙан, Һабантуй). Й. башҡ. фольклоры әҫәрҙәрендә сағылыш тапҡан.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019