Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕМЕШ-ЕЛӘК ЙЫЙЫУ

Просмотров: 1275

ЕМЕШ-ЕЛӘК ЙЫЙЫУ, ҡырағай емеш-еләк, үлән, тамыр, бал һ.б. йыйыуға нигеҙләнгән хужалыҡ эшмәкәрлеге формаһы. Башҡорттарҙа Башҡортостандың тәбиғәт һәм климат үҙенсәлектәренә (ҡара: Тәбиғәт зоналары), хужалыҡ итеү үҙенсәлектәренә бәйле быуындан-быуынға күсә килгән кәсеп. Йыйылған үҫемлектәрҙе башлыса аш-һыу әҙерләүҙә, ш. уҡ халыҡ медицинаһында һәм хужалыҡта файҙаланғандар. Е.‑е.й. м‑н халыҡ календарына ярашлы шөғөлләнгәндәр. Иртә яҙҙа талғыр йыуа, оҫҡон йыуаһы, урман йыуаһы (айыу һуғаны), май аҙағынан балтырған, ҡымыҙлыҡ, ҡуян ҡолағы, әскелтем үлән, кесерткән, япрағы — ашау, тамыры ҡара һәм һары буяу алыу өсөн файҙаланылған ҡуҙғалаҡ йыйғандар. Йәйен ш. уҡ төнәтмә, сәй әҙерләү өсөн төрлө япраҡ, үлән (мәтрүш, һары мәтрүш, бөтнөк һ.б.), дарыу үҫемлектәре йыйыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Июль еләк айы тип иҫәпләнгән, был осорҙа ҡырағай сейә, ҡайын еләге, ер еләге, ҡыҙыл бөрлөгән, ҡурай еләге, ҡарағат, муйыл, ҡара көртмәле йыйғандар. Һарына, әтлек, майсыбыҡ, екән тамырын ашауға файҙаланғандар, яҫы япраҡлы екәнде киптергәндәр, он итеп тартҡандар һәм, бойҙай онона ҡушып, икмәк бешергәндәр. Көҙөн ҡырағай емештәр һәм һуң өлгөрөүсе еләктәр (миләш, балан, күк көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, мүк еләге), ҡомалаҡ, сәтләүек, һыу сәтләүеге, ғәҙәттә, туҡыусылыҡта ҡулланылған кесерткән йыйғандар. Шулай уҡ ҡара: Солоҡсолоҡ.

Әҙәб.: Муллагулов М.Г. Собирательство и рыболовство у башкир. Уфа, 2007.

М.Ғ.Муллағолов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019