Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙРАМ КӨНДӘРЕ

Просмотров: 1297

БАЙРАМ КӨНДӘРЕ, күренекле ваҡиғаларға йәки традицион даталарға арналған көндәр. “Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр, һөнәри байрамдар һ.б. әһәмиәтле даталар тураһында” (1992) законына ярашлы, Б.к. булып Республика көнө — Башҡ. Совет Соц. Респ. дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө (11 окт.), БР Конституцияһы көнө (24 дек.), Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан байрамы иҫәпләнә, улар ял көнө һанала. Шулай уҡ һабантуй үткәрелә, БР Дәүләт флагы көнө (25 февр.), Рәсәй Эшсе‑Крәҫтиәндәр хөкүмәте м‑н Башҡ. Хөкүмәте араһында Башҡ. Совет автономияһы т‑да килешеүгә ҡул ҡуйыу көнө (20 март; ҡара: “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”), Федератив килешеү һәм Федератив килешеүгә БР Ҡушымтаһына ҡул ҡуйыу көнө (31 март), “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ‑ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” РФ м‑н БР килешеүенә ҡул ҡуйыу көнө (3 авг.), Рәсәй дәүләтенең федератив өлөшө булараҡ Башҡортостандың терр.‑милли автономияһы барлыҡҡа килеү көнө (29 нояб.), һөнәри байрамдар һ.б. иҫтәлекле көндәр булып раҫланған. Б.к. т‑да белешмәләр ҡайтармалы, стена календарҙарында, йыртмалы календарҙарҙа һ.б. бирелгән.

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: