Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙРАМДАР

Просмотров: 1323

БАЙРАМДАР, туйҙар, теге йәки был иҫтәлекле көнгә йәки ваҡиғаға арналған тантаналар. Традицион һәм ижт.-сәйәси (ҡара: Байрам көндәре) Б. айырып йөрөтөлә. Традицион Б. хужалыҡ итеү һәм көнкүреш тәртибенә бәйле календарь Б. (сәсеү эштәре тамамланыу, ураҡ һ.б.) һәм ислам динен ҡабул иткәндән һуң таралған мосолман байрамдары инә.

Башҡорттарҙа традицион Б. ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡәҙәни тибы шарттарында формалаша һәм төп хужалыҡ эшмәкәрлеге төрҙәре, тарихи-мәҙәни традициялар м‑н билдәләнә. Ярым күсмә тормош рәүеше (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) өҫтөнлөк иткән осорҙа Б. ғаилә именлегенә һәм етешлегенә, төрлө хужалыҡ-көнкүреш һ.б. эштәрҙә уңыш килтереүгә, ырыуҙар һәм ырыу бүленештәре араһындағы бәйләнештәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелгән. Уларҙа төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашыуы ғаилә, община берҙәмлеген, нәҫелдең дауам итеүен кәүҙәләндергән.

Башҡорттарҙың календарь Б., нигеҙҙә, яҙ—йәй осоронда үткәрелгән (йыйын, ҡарғатуй, майҙан, һабантуй һ.б.). Йыш ҡына календарь Б. туйҙар тап килтерелгән. Көҙгө—ҡышҡы ваҡытта үҙ-ара ярҙамлашыу (ҡара: Өмә) йолаһына (ашлыҡ байрамы, ҡаҙ өмәһе, һуғым ашы, ҡунаҡ күрһәтеү һ.б.) ш. уҡ Б. һыҙаттары хас булған; йәйге һәм ҡышҡы ҡояш торошонда нардуған үткәрелгән. Б. халыҡ йырҙары, бейеүҙәр, йолалар, ярыштар (бәйге, көрәш, уҡ атыу һ.б.) һәм халыҡ уйындары, традицион башҡорт аш-һыуын әҙерләү, бергәләп табын ҡороу, ҡайһы ваҡыт ҡорбан салыу м‑н оҙатылған. Б. йортто биҙәгәндәр (ҡара: Традицион интерьер), байрамса кейенгәндәр (ҡара: Башҡорт кейеме), ҡунаҡ ҡабул иткәндәр, бөтә байрам сараларында ҡатнашҡандар һ.б. Традицион башҡорт Б. дини ҡараштар, халыҡтың хужалыҡ һәм мәҙәни традициялары сағыла.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019