Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ПРЕЗИДЕНТЫ

Просмотров: 1562

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ПРЕЗИДЕНТЫ, Башҡортостан Республикаһы башлығы, юғары вазифалы кеше. РФ Президенты, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт думаһы, РФ Хөкүмәте, дәүләт власының башҡа федераль органдары, РФ субъекттарының дәүләт власы органдары, БР дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берекмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр м-н мөнәсәбәттәрҙе һәм халыҡ-ара бәйләнештәр һәм тышҡы иҡтисад бәйләнештәрен ғәмәлгә ашырғанда респ. мәнфәғәттәрен яҡлай. Президентлыҡ институты 1991 й. индерелә (“Башҡорт ССР-ы Президенты тураһында” закон). РФ Конституцияһы, БР Конституцияһы, БР‑ҙың “Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында” законы (2001) һ.б. федераль һәм респ. закондарына ярашлы эшләй. БР П. кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай, иҡт. һәм сәйәси мәнфәғәттәрҙе яҡлай, законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә; соц.-иҡт. үҫештең төп йүнәлештәрен билдәләй; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен төҙөй, уның м‑н етәкселек итә һәм отставкаға ебәреү т‑да ҡарар ҡабул итә; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ризалығынан сығып, Премьер-министрҙы тәғәйенләй; дәүләт власының башҡарма органдарының структураһын билдәләй; БР закондарын хуплай йәки кире ҡаға; закон проекттарын тәҡдим итә; БР Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатура тәҡдим итә һәм уларҙы вазифаһынан бушатыу т‑да мәсьәләне тикшереүгә ҡуя; Президент Советын, ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советын һ.б. ойоштора. 30 йәше тулған, БР дәүләт телдәрен белгән РФ гражданы БР П. булырға мөмкин; РФ Президенты тарафынан тәҡдим ителеп, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан 5 йылға вәкәләтлек ала. БР Президенттары: М.Ғ.Рәхимов (1993 й. алып), Р.З.Хәмитов (2010 й. алып).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019