Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘХИМОВ Мортаза Ғөбәйҙулла улы

Просмотров: 2393

РӘХИМОВ Мортаза Ғөбәйҙулла улы (7.2.1934, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Тәүәкән а. — 11.1.2023, Өфө ҡ.), дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Президенты. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған рационализаторы (1974), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1977). ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1956 й. алып Өфө НЭЗ‑ында оператор. 1960 й. башлап КПСС‑тың 22‑се съезы исемендәге Өфө НЭЗ‑ында эшләй: ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, производство начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы эшләтеү һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары, 1976 й. алып баш химик—баш инженер урынбаҫары, 1978 й. — баш инженер, 1986—90 йй. — директор. 1989 й. башлап СССР‑ҙың халыҡ депутаты, СССР ЮС‑ы ағзаһы, 1990 й. алып БР Юғары Советы Рәйесе. 1993—2010 йй. Башҡортостан Республикаһы Президенты. 2010 й. башлап “Урал” хәйриә фонды советы рәйесе. БР Президент Советы, БР‑ҙың Ведомство‑ара Йәмәғәт именлеге советы рәйесе (икеһе лә — 1994—2010). РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы (1993—2001), РФ Дәүләт советы (2000—10) ағзаһы. Федераль, төбәк һәм муниципаль кимәлдәге властар араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүсе эшсе төркөмгә инә. “Йортобоҙ—Рәсәй” йәмәғәт хәрәкәтенең Юғары Советы (1995 й. алып) һәм Сәйәси советы (1997 й. алып), Берҙәм Рәсәй партияһының юғары советы (2001—10) ағзаһы.

  Һөҙөмтәле эш итеүсе закондар сығарыу власы, башҡарма власть һәм суд власын булдырыу, сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспортты һәм иҡтисадтың башҡа тармаҡтарын, социаль һәм рухи‑мәҙәни өлкәләрҙе үҫтереү; телдәрҙе һаҡлау, күп милләтле Башҡортостанда мәҙәниәтте һәм динде тергеҙеү буйынса милли сәйәсәтте ғәмәлгә ашырыу, республиканың тышҡы иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрен киңәйтеү, халыҡ‑ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү Р. эшмәкәрлеге менән бәйле. Р. тарафынан Дәүләт суверенитеты тураһында декларацияға, БР‑ҙан Ҡушымта менән Федератив килешеүгә (1992),Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ‑ара вәкәләттәр бүлешеү тураһындағы килешеүгә һ.б. ҡул ҡуйылған. Р. етәкселегендә БР Конституцияһы әҙерләнгән (1993).

  Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), Халыҡтар дуҫлығы (1994), “Почёт Билдәһе” (1980), 1‑се (2010) һәм 2‑се (1999) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2000), Халыҡтар дуҫлығы (2009), Салауат Юлаев (2004), “Тышҡы сауҙалағы хеҙмәттәре өсөн” (Бельгия, 2000), изге Благоверный царевич Димитрий Московский һәм Углич чудотворецы (1999) ордендары, 1‑се дәрәжә “Әл‑Фәхр” Почёт ордены (2009) менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре араһында беренсе булып Р. “Тормош хаҡына халыҡтарҙың берлектәге ижады” Бөтә Рәсәй хәрәкәте Грамотаһы менән бүләкләнгән (Сенеж форумы, 1995). Р. шулай уҡ Рәсәйҙең юғары йәмәғәт наградаһы — Бөйөк Пётр исемендәге Милли Премия (1999), Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының В.Н.Татищев исемендәге “Ватанға файҙаһы өсөн” ордены (2002), Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса халыҡ‑ара комитеттың иң юғары билдәһе — “Намыҫ һәм абруй” алтын йондоҙо (2003), “Президент 2002—2003” номинацияһында “Рәсәй Милли Олимпы” премияһына, “Рәсәй иҡтисады лидеры — 2003” Почётлы милли билдәһенә (2004), аҙыҡ‑түлек өлкәһендә РФ‑тың 2005 йылғы “Рәсәйҙең муллығы һәм сәскә атыуы өсөн” юғары йәмәғәт наградаһына (2006), “Рәсәй ғаиләһе” йәмәғәт таныуы милли премияһына (2006), Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының “Халыҡтар дуҫлығы — Рәсәйҙең берҙәмлеге” алтын миҙалына (2009) һ.б. лайыҡ булған.

  Х е ҙ м.: Башкортостан — моя судьба: очерки, статьи, интервью, выступления, обращения, документы. Уфа, 1998.

  Әҙәб.: Президент Муртаза Рахимов=Prezident Murtaza Rakhimov. М., 1998; Дело жизни. Уфа, 2009; С любовью к Башкортостану и верой в Россию. Б.м., 2012.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.02.2023