Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛЫҠСЫЛЫҠ

Просмотров: 1500

БАЛЫҠСЫЛЫҠ, 1) хужалыҡ эшмәкәрлегенең балыҡ тотоуға нигеҙләнгән формаһы. Башҡорттарҙа традицион кәсеп. Б. системаһы Башҡортостандың тәбиғәт-климат үҙенсәлектәре һәм хужалыҡ итеү традициялары м‑н бәйле була. Ырыуҙың аҫаба ерҙәре сиктәрендә балыҡлы һыу ятҡылыҡтары айырым общиналар — туғандаш ғаиләләр төркөмө йәки ауылдар — араһында бүленгән. Б. төп төрҙәре: аулап, ҡамап, ҡыуып тотоу. Б. аулап тотоу төрҙәрендә ҡалҡыуыстары һәм батырғыстары яндырылған балсыҡтан, таштан эшләнгән ирекле йөҙгән йәки нығытып ҡуйылған ауҙар; конус һымаҡ эслекле талдан үрелгән оҙонса кәрзин рәүешендәге мурҙалар (оҙонлоғо 1 м, киңлеге 50—60 см) ҡулланылған, мурҙаны йылғаның шәп ағымлы ерҙәренә йәки яр буйындағы тәрән урындарға, ҡышын мәкегә һалғандар. Ағиҙел й. үрге ағымында тоҡ ау — 3 ағас ҡоршауға (диам. яҡынса 80 см) тартылған һәм ос яғына тарайған тоҡ рәүешендәге ҡорамал ҡулланғандар. Урал аръяғында күлдәрҙә тоҡ ауға оҡшаш, бер‑береһенә тоташтырылған ике өлөштән торған битәлдәр файҙаланылған. Бер‑береһенә бәйләп ҡуйылған ҡарағай таҡталар — ыйсуҡ, тар оҙон кәртә — һеүән йәки ситәндән үрелгән нәрәтә м‑н бүленгән быуалар осраған. Кәртәләп алынған һыу ятҡылыҡтарындағы балыҡты һөҙгө (оҙонлоғо 30 м еткән ваҡ күҙәүле ау) йәки ағас сүмес м‑н тотҡандар. Б. ҡамап тотоу төрөндә, нигеҙҙә, һөҙгө һәм йылым ҡулланғандар; Башҡортостандың төньяғында һәм Урал аръяғында күлдәрҙә балыҡты ҡуйылған тоҡ ауҙарға табан кәмәгә ултырып ҡыуғандар; тау йылғаларында бағры, күлдәрҙә суртан тотҡанда, ш. уҡ ҡышын саталы осона тоҡан бәйләнгән нәҙек һайғау — мәҫкәү ҡулланғандар. Боҙ киткәндә ҙур һөҙгөстәр м‑н балыҡ аулағандар. Б. ҡыуып тотоу төрҙәренән сәкән м‑н балыҡ шаңҡытыу һәм сыраҡҡа төшөү киң таралған була. Сыраҡлау өсөн төндә күлгә сыҡҡандар, күкрәкһеҙ кәмәнең моронона беркетелгән рәшәткәгә утын яғып һалғандар, тау йылғаларында сыраҡ яндырып тотҡандар: ут яҡтыһында һыу төбөндә ятҡан суртан, эре алабуғаны күҙәтеп торғандар һәм һалдау, сәнске йәки осло таяҡ м‑н сәнсеп алғандар. Яҙғы ташҡындан йәки тау йылғалары ҡороғандан һуң соҡорҙарҙа, ҡышын мәкелә балыҡты ҡул м‑н тотҡандар, ыуылдырыҡ сәскән мәлендә уҡтан йәки мылтыҡтан атып алғандар. Ырғаҡлы ҡорамалдарҙан балыҡсылар йылтырма, суртанлыҡ, ат ҡылынан, ҡайһы ваҡыт кесерткән йәки киндер сүсенән эшләнгән ҡармаҡ ҡулланған. Ыуылдырыҡ сәсеү осоронда балыҡ тотоу тыйылған була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Рәсәй дәүләте үткәргән ер сәйәсәте, тау сәнәғәте үҫеше, балыҡлы һыу ятҡылыҡтарының кәмеүе һөҙөмтәһендә Б. һүлпәнәйеүе күҙәтелә.

2) Балыҡ үрсетеү, балыҡ запасын арттырыу һәм сифатын күтәреү м‑н шөғөлләнеүсе ауыл хужалығы тармағы. Б. үҙ эсенә көтөү Б. (төрлө балыҡтар ебәрелгән һыу ятҡылыҡтарының тәбиғи аҙыҡ ресурстарын файҙаланыу), быуа балыҡсылығы, индустриаль Б. (сикләнгән йәшәү шарттарына, селбәрәләрҙең юғары тығыҙлығына һәм яһалма ҡатнаш аҙыҡ м‑н туҡланыуға ҡулайлаштырылған ҡиммәтле балыҡ төрҙәрен һәм тоҡомдарын үрсетеү), рекреацион Б. (йорт яны участкаһын һәм бәләкәй быуаларҙы ҡулланыу, һәүәҫкәр балыҡ тотоу ойоштороу), диңгеҙ Б. (диңгеҙ гидробионттарын үрсетеү) ала. Башҡортостанда көтөү, быуа, индустриаль Б. үҫешә. Аҡ амур, карп, Себер бикреһе, толстолобик, уҡбалыҡты һ.б. яһалма үрсетеү технологияһы үҙләштерелгән. 1908 й. Өфөлә Б. заводы төҙөлә, 1958 й. ул Өфө алабалыҡ з‑ды тип үҙгәртелә (Асылыкүл, Атауҙы, Ҡандракүл, Яҡтыкүлгә заводтан алынған селбәрәләр ебәрелә). Респ. химия сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәте үҫешкәс, тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында ҡиммәтле балыҡ төрҙәре (европа бәрҙеһе, йылға бағыры, ҡыҙыл балыҡ, уҡбалыҡ) юғала башлай; тәбиғи үрсеү һәм кәсеп балыҡтарын (йәйен, ҡорман, һыла, шамбы һ.б.) тотоу кәмей. 90‑сы йй. тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоу йылына 300 т тәшкил итә, ш. иҫ. һыуһаҡлағыстарҙа — 100, күлдәрҙә — 180, йылғаларҙа — 20. Промыслаларҙың балыҡ биреүсәнлеге 10 кг/га артмай. 2005 й. алып 10 балыҡ хужалығы пр‑тиеһын (“Башкиррыбхоз” ААЙ, Фёдоровка р‑нының «“Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы» һ.б.) берләштереүсе “БР‑ҙың балыҡсылыҡ хужалыҡтары ширҡәте” эшләй. Краснокама р‑нының “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” ЯСЙ Ҡарман һыуһаҡлағысында балыҡты сәнәғәт өсөн үрсетеүҙе ғәмәлгә ашыра (бағыр, бикре, карп); аҡбалыҡ, ҡыҙыл балыҡ, муксун, пелядь үрсетеү технологияһы үҙләштерелә; яһалма быуаларҙың дөйөм майҙаны — 15 мең м2, тауар балығы күләме — 1000 т (2008). 2008 й. бөтә категория хужалыҡтарҙа 1616 т балыҡ тотолған.

3) Балыҡ үрсетеү сараларының биол. нигеҙҙәрен (яһалма үрсетеү, климатҡа яраҡлаштырыу һ.б.) һәм биотехникаһын (ыуылдырыҡ инкубацияһы, балыҡтарҙы ашатыу һ.б.) эшләүсе фән. Респ. ихтиофаунаһының үрсеү морфологияһы, систематикаһы һәм экологияһы өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. алып БДУ‑ла алып барыла (Р.Ф.Биккенин, И.П.Дьяченко). Шулай уҡ ҡара: Балыҡ сәнәғәте.

Әҙәб.: Муллагулов М.Г. Собирательство и рыболовство у башкир. Уфа, 2007.

Р.Б.Йосопов, М.Ғ.Муллағолов, В.И.Фёдоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина, М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: