Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУҒАНЛЫҠ СИСТЕМАҺЫ

Просмотров: 1355

ТУҒАНЛЫҠ СИСТЕМАҺЫ, әңгәмәсегә мөрәжәғәт итеү һәм туғанлыҡты белдерер өсөн хеҙмәт иткән туғанлыҡ терминдары йыйылмаһы. Башҡорттарҙа Т.с. йәйләүгә сығыу м‑н бәйле малсылыҡ хужалыҡ-мәҙәни тибы (ҡара: Күсмә тормош, Һыйырсылыҡ) өҫтөнлөк иткән шарттарҙа барлыҡҡа килеп, соц. һәм мәҙәни традицияларғабәйле булған; уның күп ҡатлылығы йәшәп килгән ырыу-ара һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәренең үҙенсәлектәренә тура килгән. Башҡорттарҙа Т.с. туғанлыҡтың ҡайһы яҡтан булыуын [ҡан ҡәрҙәшлек (туғанлыҡ системаһы бүленеше), никах (ҡоҙа- ҡоҙағыйлыҡ системаһы бүленеше)], зат [дөйөмләштерелгән терминдарҙан башҡа (туған-тыумаса, туған, зат-ырыу, ҡәрҙәш)], ҡайһы бер осраҡта атай һәм әсәй яғынан туғанлыҡ, ҡорҙашлыҡ, ш. уҡ өндәшеүсенең йәше һәм уның туғандары (ҡайһы берҙә ниндәй енестән булыуы иҫәпкә алынған) б‑са айырыла. Туғанлыҡ терминдарының күбеһе күмәк мәғәнәлә әйтелеп, айырым ғаилә сиктәренән сыҡҡан күп туғандарҙы үҙ эсенә ала. Башҡорттарҙың Т.с. быуындарҙы баҫҡыстарға бүлеп һанау хас: бер туғанлыҡ баҫҡысына ике быуын кешеләре ингән (нәҫелдәге иң оло кешеләр һәм уларҙан һуң үҫеп килгән быуын). 1‑се баҫҡыстағы туғанлыҡ бүленешенә иң өлкән бер туған ағайҙар, ҡустылар һәм атай м‑н әсәйҙең бер туған ҡустылары (ағай), уларҙың ҡатындары (еңгә), өлкән бер туған апайҙар, уларҙың ҡыҙ балалары, атай м‑н әсәйҙең бер туған кесе ҡыҙ туғандары (апай), уларҙың ирҙәре (еҙнә); 2-се баҫҡысҡа — атай, әсәй; 3-сө баҫҡысҡа — атайҙың һәм әсәйҙең өлкән ағалары, олатайҙың һәм өләсәйҙең ҡустылары, атайҙың һәм әсәйҙең апалары, олатайҙың һәм өләсәйҙең бер туған һеңлеләре (инәй); 4-се баҫҡысҡа — олатай, өләсәй (ҡартәсәй); 5-се баҫҡысҡа ҡарт олатай (ҙуратай), ҡарт өләсәй (ҡартәсәй) һәм уларҙан өлкән туғандар ингән. Уларҙан һуң килгән 1‑се баҫҡыста бер туған ҡустылар, бер туған һеңлеләр һәм ҡәрендәштәр (ир кеше шулай мөрәжәғәт итә); 2‑се баҫҡыста — балалар: ул, ҡыҙ, ейәндәр һәм кесе туғандарҙың балалары тора. Уларҙан һуң килгән баҫҡыстағы ҡәрҙәш ҡыҙ туғандарҙың ирҙәренә “кейә .”, ир туғандарҙың ҡатындарына “килен” тип мөрәжәғәт иткәндәр. “Атай”, “әсәй”, “улым”, “ҡыҙым” тип, ш. уҡ ата-әсәләре йәки балалары йәшәгән быуынға тура килгән бар кешегә лә мөрәжәғәт итеү ғәҙәте булған. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ бүленеше ҡәрҙәшлек бүленешенең билдәле бер үҫеше осоронда барлыҡҡа килгән һәм уның һөҙөмтәһендә ир (кейәү) һәм ҡатын (бисә) яғынан булған туғандар исемлеге байтаҡ ҡына кимәлдә уның төҙөлөшөн ҡабатлай. Ир һәм ҡатындың бер-береһенә, шулай уҡ хәләл ефетенең ата-әсәһенә исемдәре м‑н мөрәжәғәт итеү ғәҙәте булмаған. Ҡатын иренә — “атаһы”, ир ҡатынына “әсәһе” тип мөрәжәғәт иткән. Был туғанлыҡ бүленешенең 1‑се үҫә барған баҫҡысына — хәләл ефеттең ата-әсәһе яғынан өлкән бер туған ағайҙары һәм ҡустылары (ҡайнаға), шулай уҡ уларҙың ҡатындары (ир кеше мөрәжәғәт иткәндә — ҡайынеңгә; ҡатын — еңгә), хәләл ефеттең ата-әсәһенең бер туған апалары һәм һеңлеләре (ҡайынбикә), ш. уҡ иренең ҡәрҙәш һеңлеләренең ирҙәре (ҡайынеҙнә, еҙнә), 2-се баҫҡысына ҡайны, ҡәйнә ингән. Унан һуңғы баҫҡыста хәләл ефеттең бер туған ҡустылары, ағалары һәм ҡустылары (ир кеше — ҡәйнеш, балдыҙ тип, ҡатын кеше ҡәйнеш тип мөрәжәғәт иткән), уларҙың ҡатындары (килен), бер туған һеңлеләре, апалары һәм уларҙың ҡыҙ балалары (ир кеше — балдыҙ, ҡатын кеше бикәс, ҡайынһеңле тип мөрәжәғәт иткән), уларҙың ирҙәре (ҡатын кеше кейәү тип мөрәжәғәт иткән) ингән. Ирҙәр ҡатыны яғынан ҡыҙ туғандарҙың иренә — “бажа” тип, ҡатыны ир яғынан булған туғандарының ҡатынына “апһын”, “килендәш” тип өндәшкән. Кейәүҙең йәки килендең ир туғандарына — “ҡоҙа” (йәш айырмаһына ҡарап “оло”, “йәш” һүҙҙәре ҡушылған), өлкән йәштәге ҡатындарға “ҡоҙағый” (кейәүҙең йәки килендең әсәһе йәки уларҙан өлкән ҡатындар) һәм “ҡоҙаса” (килендең апаларына һәм унан кесерәк ҡатындарға) тип мөрәжәғәт иткәндәр. Мөрәжәғәт иткәндә, ғәҙәттә, туғанлыҡ терминына кешенең исемен дә ҡушҡандар (атайҙан, әсәйҙән, олатай һәм өләсәйҙән, иң өлкән бер туған ағай һәм апайҙан башҡа). Т.с. һәр кешенең статусын, ғаиләләге, общиналағы тотҡан урынын һәм бурыстарын билдәләгән. Ауыл халҡының күптәре үҙ-ара туған булған, шуға күрә, ҡағиҙә булараҡ, кешегә исеме м‑н һирәк өндәшкәндәр. Ҡайһы бер исемдәр Т.с. терминдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән: Кинйә, Ейән, Атабай, Ҡустыбай һ.б.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019