Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕДЕРАЦИЯ СОВЕТЫ

Просмотров: 1331

ФЕДЕРАЦИЯ СОВЕТЫ, РФ Федераль Йыйылышының юғары палатаһы. “Рәсәй Федерацияһында этаплап үткәрелгән конституцион реформа тураһында”ғы указға ярашлы ойошторолған (1993). Ф.С. структураһы — “Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советын ойоштороу тәртибе тураһында” РФ законына (2000), Ф.С. эшмәкәрлеге һәм уның ағзаларының хоҡуҡи статусы РФ Конституцияһы м‑н “Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы статусы һәм Дәүләт думаһы депутаты статусы тураһында” законына (1994) ярашлы билдәләнә. Дәүләт думаһы тарафынан ҡабул ителгән федераль ҡаҙна, һалым һәм йыйымдар; финанс, валюта, кредит, таможня көйләүе, аҡса сығарыу; РФ халыҡ-ара килешеүҙәрен раҫлау һәм ғәмәлдән сығарыу; РФ статусы һәм дәүләт сиген һаҡлау; һуғыш һәм солох мәсьәләләренә ҡағылышлы закондар Ф.С. тарафынан мотлаҡ ҡарала. Ф.С. ҡарамағына РФ субъекттары араһында сиктәрҙең үҙгәреүен, РФ Президентының хәрби һәм ғәҙәттән тыш хәл индереү т‑да указдарын раҫлау, РФ терр‑яһынан ситтә РФ Ҡораллы көстәрен файҙаланыу мөмкинлеген хәл итеү, РФ Президентын һайлауҙы тәғәйенләү һәм вазифаһынан алыу һ.б. инә. Ф.С. һәр РФ субъектынан 2 вәкил (дәүләт власының закон сығарыу һәм башҡарма органдарынан берәр кеше) инә. БР башҡарма власынан Ф.С. — М.Ғ.Рәхимов (1993 й. алып), А.Р.Якубов (2001 й. алып), Р.Ғ.Исҡужин (2004 й. алып), Р.К.Исҡужин (2006 й. алып), Р.И.Байдәүләтов (2008 й. алып), А.Р.Ғәскәров (2010 й. алып, А.М.Бондарук (2011 й. алып), Л.С.Ғүмәрова (2014 й. алып); закондар сығарыу власынан А.Я.Копсов (1993 й. алып), М.М.Ишморатов (1996 й. алып), М.А.Зайцев (1997 й. алып), К.Б.Толкачёв (1999 й. алып), И.В.Изместьев (2001 й. алып), Р.Ғ.Исҡужин (2006 й. алып), Р.Н.Зиннуров (2013 й. алып), И.И.Ялалов (2018 й. алып) ингән.

З.И.Йәнекәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: