Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕДЕРАЦИЯ

Просмотров: 1430

ФЕДЕРАЦИЯ (лат. foederatio — берлек), сәйәси‑терр. һәм милли дәүләт ҡоролошо формаһы. Сәйәси яҡтан үҙ аллы субъекттарҙан (штат, ер, округ, край, республика, өлкәләр һ.б.) торған дәүләт; уның нигеҙендә ике кимәлдәге власть, төрлө кимәлдәге власть органдары араһында вәкәләттәр м‑н хакимиәт даирәһен рациональ бүлешеү принцибы ята. Ф. федераль Конституция һәм ҡануниәт, закондар сығарыу власы, башҡарма власть һәм суд власы органдары эшләй. Берҙәм федераль гражданлыҡ, аҡса берәмеге һәм финанс системаһы, дәүләтселектең башҡа атрибуттары ҡабул ителә. Ф. терр., милли һәм милли-терр. принцип б‑са; конституция, конституцион килешеү, килешеү һ.б. нигеҙендә ҡорола. Рәсәй Федерацияһы — милли‑терр. нигеҙҙә ҡоролған конституцион-килешеү Ф.; 8 федераль округҡа берләшкән 85 субъекттан тора (2016). Башҡортостан Республикаһы РФ составына инә, БР Конституцияһы бар, закон сығарыу, башҡарма һәм суд, урындағы идара һәм урындағы үҙидара органдары булдыра, дәүләт телдәрен, дәүләт символикаһын ҡабул итә. Федераль үҙәк м‑н Башҡортостан араһындағы мөнәсәбәттәр РФ һәм БР Конституциялары, “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында” килешеүе м‑н көйләнә.

М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: